Столица культуры в Бурзянском районе

Праздник Курая

Һабантуй (сабантуй) Бурзянский район

Танцы у юрты Бурзянский район

Курай байрам

Столица культуры в Бурзянском районе

Сценарий на День красоты

Сценарий

                   « Матур йәшәү үҙе батырлыҡ»

 

Фон.

Запись: Мин баш эйәм, эй матурлыҡ, һинең алда!

              Сөнки һин бит күктә түгел, ерҙә алла.

              Әгәр ҙә беҙ матурлыҡҡа табынмаһаҡ,

              Кеше исемен йөрөтөүҙән ниндәй файҙа?!

              О, матурлыҡ! Башым эйәм һиңә,

              Йәнем бирәм һине яҡлауға.

              Ырыҫ-ҡото артыр һоҡланғанға,

              Йәм үрсетер йәмде һаҡлауға!

РДК ҡыҙҙар ансамбле. “Матурлыҡ” йыры. Йыр бөткәс алып барыусылар сыға.

 

Ғәзимә:     Хәйерле кис, йыр-моң аша күңелдәрен нурға сорнап, матурлыҡҡа ынтылып йәшәүсе хөрмәтле тамашасыларыбыҙ! Һеҙҙең барығыҙҙы ла бөгөнгө матур байрам Бөтә донъя матурлыҡ көнө менән ихлас тәбрикләйбеҙ.

 

Айбулат: Матурлыҡты ҡайҙан алайым тимә

                  Күңелең барҙа сәскә атырлыҡ.

                  Матурлыҡты ҡайҙан алайым тимә

                  Матур йәшәү үҙе батырлыҡ– тип исемләнгән концертыбыҙҙы башлайбыҙ.

 

Ғәзимә:     Сәхнәлә «Дарман» вокал егеттәр ансамбле

 

Айбулат: Кешелек  доньяһы  дауам итә,  кеше  булған ерҙә тормош бар,тормош булған ерҙә һөйөү бар, һөйөү булған ерҙә матурлыҡ бар. Һәр ваҡыт шулай  матур  булып , матурлыҡҡа инанып йәшәйек дуҫтар.

Сәнғәт мәктәбе ҡыҙҙары бейей

 

Ғәзимә:    Айбулат! Бына һинеңсә, нимә ул матурлыҡ? Нисек аңлатыр инең ошо матурлыҡ төшөнсәһен?

 

Айбулат:  Матурлыҡ...  матурлыҡ ул - минеңсә ҡатын-ҡыҙ матурлығы, тәбиғәт матурлығы, күңел матурлығы, матур йырҙар, матур уйҙар һәм башҡалар.

 

Ғәзимә:   Эйе, әйҙәгеҙ әле, залда ултырған тамашасылар нимә уйлайҙар икән?.

Матурлыҡ төшөнсәһен нисек аңлатып үтерһегеҙ?( залға һорау)

 

Айбулат:  Эйе, ошо матур һүҙҙәргә ҡушылып, киләһе сығасаҡ йырсыбыҙҙы  сәхнә түренә саҡырып сығарайыҡ, ҡаршы алығыҙ  һеҙҙең өсөн йырлай Илгизәр Вәлиев!

 

 

Ғәзимә:    Ер йөҙөндә  яралғандан бирле

                  өс таяуҙа йәшәй кешелек

                  Кешеләрҙе һәр саҡ кеше иткән,

                  Ер шарына яҡтылыҡ, нур һипкән-

                  Матурлыҡ, мөхәббәт, изгелек.

 

Юлиә Ғәләүтдинова

 

Айбулат: Матурлыҡҡа бай ул беҙҙең заман

                  Аҙым һайын беҙҙә матурлыҡ

                  Барлыҡ батырлыҡтың,

                  Матурлыҡтың

                  Ижад итеүсеһе халыҡ бит.

 

 

һеҙҙең өсөн генә йырҙарын бүләк итә ___________________________

 

Ғәзимә: Доньяның  матурлығын татып,  тирә- яҡтағыларға нур, яҡтылыҡ бөркөп,  изгелек  өләшеп бергә- бергә  йәшәйек.   №еҙҙгә үҙенең моңдарын бүләк итә

 

_________________________________________________________________

 

            Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын

            Килә һеҙгә бүләк итәһе

            Доньялағы матур һүҙҙәрҙең дә

            Иң йылыһын һеҙгә әйтәһе.

 

__________________________________________________________________

 

Ғәзимә:  Туғанда уҡ  кешегә матурлыҡ  сатҡыһы һалына тейҙәр

 - шулаймы  Айбулат?(Бына тыңла) Шуға күрә матурлыҡҡа ынтылыу хисе  барҙырҙа инде беҙҙә. Шул сатҡы арҡаһында матур  нәмәләргә һоҡланабыҙ, ҡыуанабыҙ, йәмһеҙлек менән осрашҡанда, күңелһеҙләнәбеҙ, кәйеф төшә.

Айбулат: Әлбиттә, аҙаҡ килеп  беҙ, үҙебеҙҙә, һиҙмәйсә, һәр нәмәнән  матурлыҡ эҙләйбеҙ. Матур уйҙар яҡшылыҡ эшләү теләге уята.  

 Шуға күрә өлөшөгөҙгә төшкән  бәхетегеҙҙе ҡулдан ысҡындырмай, матурлыҡҡа ынтылып , һөйөлөп йәшәгеҙ был доньяларҙа

Һеҙҙең өсөн генә тик йырҙарын бүләк итә....

 

Айбулат:   Матурлыҡты ҡайҙа алам  тимә

                    Утың булһа сәскә  шытырлыҡ.

                    Йөрәгеңдә үҫтер нәфис гөлдәр

                    Тормош бит ул үҙе матурлыҡ.

 

 

________________________________________________________________

Ғәзимә :    Донья матур дуҫтар менән генә,

                   Дуҫһыҙ йәшәүсе һирәк.

                   Ләкин дуҫтар араһында ла дуҫты

                   Таба белергә кәрәк.

 

       Ысынлапта дуҫтар ,  был доньяла  һинең матур уйҙарың менән уртаҡлашыр, таяныр,  яҡын дуҫтарығыҙ булһын

һеҙҙең өсөн йырлай_______________________________________________

 

 

  Айбулат:   Тау таштары менән матур,

                      Туҫтаҡ аштары менән .

                      Ил йәштәре менә матур,

                      Йәштәр- эштәре менән.

    

 Илдең йәме- йәш егеттәр һәм  ҡыҙҙар. Әйҙәгеҙ ошо зада ултырыусы

 Йәштәребеҙгә   музыкаль сәләм булып яңыраһын  бейей_____________________________________________________________

 

 

Ғәзимә:    Тормош әлбитә һин уйлағанса гел матурлыҡтан ғына тормай,

Уның етешһеҙ,  мәшәҡәтле яҡтары ла бар, бына шул осраҡта ярҙамға матурлыҡ килә. «ле генә булган йәмһеҙ күренеште онотор өсөн тәрән итеп һулыш алаһың да, әйләнә- тирәгә күҙ һалаһың: ана күктә,болоттар

 араһынан ҡояш нурҙары һирпелә, аяҡ аҫтындағы көҙгө шаян япраҡтар ел менән кыштыр- ҡыштыр уйнайҙар. Ана, күгәрсендәй гөрләшеп бала етәкләгән бәхтле пар килә. Клумбаларға аллы- гөллө сәскәләр үҫеп ултыра. Шуға ҡарайыңда: «Хоҙайым , ошо матурлыҡтан айырма, кешеләр күңеленә сабырлыҡ, изгелек индер»,тип бышылдайһың.

Һеҙгә үҙенең моңдарын бүләк итә_____________________________________________________________

                 

Айбулат:   Тормоштоң ҡәҙерен белеп, эштәрегеҙҙән йәм һәм тәм табып, бараһы юлдарығыҙ  һикәлтәһеҙ, атаһы таңдарығыҙ нурлы булһын тигән теләк менән һеҙҙең өсөн йырлай __________________________________________________________________

 

 

Ғәзимә:  Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һеҙгә,

                Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.

                Сәләмәтлек ярты бәхет тейҙәр

                Ошо бәхет ситләп үтмәһен

 

Айбулат:Имен булып атһын таң ҡояшы,

                Йөҙөгеҙгә нурҙар һибелһен.

                Һәр яңы таң һеҙгә бөтмәҫ шатлыҡ

                Һәм ғүмерлек бәхет килтерһен.

 

һеҙҙең өсөн генә әҙерләнгән концертыбыҙ тамам , һау булығыҙ.(бергә әйтәләр)

 

«Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре» тип юҡҡа ғына әймәгәндәрҙер, сөнки

нимә ул матурлыҡ  тигән һорауға? – яуап эҙләһән был исемлек бик оҙон

сығыр ине, әйҙәгеҙ ошо матур  доньяларҙың  ҡәҙерен белеп, бер-берегеҙгә яҡшылыҡ ҡылып, мәрхәмәтле булып, күҙҙәрегеҙҙән осҡон, йөҙҙәрегеҙән нурҙар балҡытып йәшәйек.

 

Администрация Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Республиканский центр народного творчества Культура.рф 

 

Столица культуры в Бурзянском районе

450 лет со дня вхождения Башкортостана в состав России

Культурная столица в Бурзянском районе

КВН в бурзянском районе

Культурная столица в Бурзянском районе

Культурная столица в Бурзянском районе

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 0 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.
Яндекс.Метрика