Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Эшмәкәр ҡатын-ҡыҙ”

Ниндәй генә эштә эшләмәһендәр – ҡатын-ҡыҙ һөнәрилек, эшлеклелек, яуаплылыҡ күрһәтә. Унан тыш донъя тотҡаһы булған ҡатын-ҡыҙ, төп хәстәрлектәр менән ғүмер итә – балалар үҫтерә, ирен ҡайғырта, донъяһын йәмләй. Ләкин бының менән генә сикләнмәйенсә, аҡылы, таланты, күңел донъяһы танылыуын теләй. “Эшмәкәр ҡатын-ҡыҙ” конкурсында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа тап шундайҙарҙан.
Был конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәре, яратҡан һөнәрҙәре, ғаиләһе тураһында бәйән иттеләр. Бынан тыш, үҙҙәренең йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын һәм төрлө сетерекле хәлдән сыға белеүҙәрен күрһәттеләр.
Шулай итеп, “Эшмәкәр ҡатын-ҡыҙ 2018” титулына Сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Айгизә Даутова лайыҡ булды!  I урынды мәғариф бүлеге бухгалтеры Зөлфиә Төлкөбаева алһа,  II урында “Баҙал” балалар баҡсаһынан Лилиә Ибраһимова һәм Брәтәк ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Миңһылыу Йәғәфәрова!  III урынды Иҫке Монасип ауылынан Әлиә Ишемғужина һәм Аҫҡар ауылынан Фирүзә Вәлиева бүлештеләр.
Ҡотлайбыҙ!!!
Уларға артабан да эштәрендә тик уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ!

 

0