Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһының сираттағы йыйыны Бөрйән районында үтте

23 июньдә “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһының сираттағы йыйыны Бөрйән районында үтте. Был йыйынға республикабыҙҙың төрлө төбәгенән делегациялар, районыбыҙҙың һәр ауылында ойошторолған “Ағинәйҙәр” ҡоро ҡатнашыусылары йыйылды. БР мосолмандары диниә назаратының Бөрйән районы буйынса мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт фатиха биргәндән һуң, йыйынды асып Район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы тәбрикләне. “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһының республика кимәлендә үткәрелгән йыйынында мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты: Республика ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, “Киске Өфө”гәзите редакторы Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы; РФ һәм БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре – Солтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы; Бөтә Донъя Башҡорттары ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы; “Бланк Издат” предприятиеһы етәксеһе Гөлсәсәк Әлибакова;билдәле шағирәбеҙ, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре -Ҡарамышева Таңһылыу Ғаяз ҡыҙы.
Иң башта Бөрйән ағинәйҙәре телмәр тотто: район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғизәтуллина “Ҡорама – халыҡ шөғөлө һәм заман кәсебе” презентацияһын тәҡдим итһә, Байназар ауылы ағинәйе Көнһылыу Зәки ҡыҙы Ҡотлобаева Башҡорт википедияһына һәм “Бөрйән порталы”на белемле ҡатын-ҡыҙҙарҙы йәлеп итеү темаһына ҡағылды. Килгән ҡунаҡтарға “Мираҫ”, “Ҡурыуҙы”, “Тамъян гәүһәрҙәре” халыҡ фольклор ансамбльдәре “Һитә балын ҡойоу”, “Тула баҫыу”, “Ҡаралды ҡағыу” йолаларын сәхнәләштереп, йыйынға йәм өҫтәнеләр.
Йыйын “Мираҫ” халыҡ фольклор ансамбленең Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә, Мәрйәм Солтанова ижад иткән “Ағинәйҙәр” йырын башҡарыуы менән тамамланды.

0