Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Ейәнсура районында үткән “Мин яратам һине, тормош!” республика фестиваленең зона этабында Бөрйән районы данын яҡлап районыбыҙ таланттары сығыш яһап ҡайттылар

Ейәнсура районында үткән “Мин яратам һине, тормош!” республика фестиваленең зона этабында Бөрйән районы данын яҡлап районыбыҙ таланттары сығыш яһап ҡайттылар. Оло йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән ижади бәйге быйыл һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә, уны Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора.
Мәһәҙей ауылының “Элгеләү” халыҡ фольклор ансамбле (ет.Фатима Шәғәлина) йырлап-бейеп урындағы фольклорҙы күрһәтһә, Яңы Мөсәт ауылынан Гүзәл Һырлыбаева гармунда уйнап “Ауыл көйө”н йырланы. Ҡотан ауылынан Миңнур Нәҙершин гармунда төрлө көйҙәргә теҙмә, Ағиҙел ҡасабаһынан Шәүрә Сәлихова Ғ.Сәләмдең “Республика иртәһе” шиғырын тасуири һөйләп әсир иттеләр. Дамир Ананьев башҡарыуында “Кейек ҡаҙҙар” йыры барлыҡ тамашасының күңеленә хуш килде.
Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, йөҙҙәре ҡояштай балҡып, һәр сарала сәхнә биҙәге булған һәүәҫкәр артистарыбыҙға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Иҫәнлек, һаулыҡ, ғаилә именлеге, ижад шишмәгеҙҙең һәр саҡ сылтырап ағыуын теләйбеҙ!

0