Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух” велосипедистар ярышы уҙҙы

балаларҙың ялдарын күңелле һәм файҙалы үткәреү маҡсатында, район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан, “Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух” тип аталған велосипедистар ярышы ойошторолдо. “Урал” физкультура-сәләмәтләндереү комплексы биләмәһенә иң йылғыр, иң етеҙ, иң ҡыйыу балалар йыйылғайны. Ҡатнашыусылар 4 категорияла ярышты.
4- 5 йәшлектәр араһында 1 урынды Нәғим Шәрипов яуланы һәм бүләккә самокат алып ҡыуанды.
2 урында – Илзидә Малабаева,
3 урында – Рөстәм Фәйзуллин килделәр.
6-8 йәшлектәр араһында:
1 урын – Байрас Ишмөхәмәтов,
2 урын – Ислам Ғәбитов,
3 урын – Салауат Искәндәров;
9-11 йәшлектәр араһында:
1 урын – Ғәзинур Манапов,
2 урын – Артур Яхин,
3 урын – Илназ Йәнбәков;
12-14 йәшлектәр араһында:
1 урынды Ирек Йомағолов яуланы һәм төп бүләк – велосипед эйәһе булды!
2 урында – Фәдис Әхмәтов килде.
Ҡотлайбыҙ!!!
Ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт! Гел шулай әүҙем, тырыш, аҡыллы булығыҙ! Һеҙгә имен бала саҡ, бәхет-ҡыуаныстар теләйбеҙ!
Шулай уҡ ҙур рәхмәттәребеҙҙе ошо ярышты үткәреүгә булышлыҡ итеп аҡсалата, бүләкләтә ярҙам иткән шәхси эшҡыуарҙар – Гүзәлиә Ҡасҡынбаева, Рәмил Кинйәбаев, Гөлназ Ғаббасова, Зилә Насретдинова, Гүзәл Ишкининаға еткерәбеҙ. Эшегеҙҙә, тормошоғоҙҙа уңыштар, киләсәктә лә янып-көйөп эшләгән эшегеҙҙең изгелеген, мәнфәғәтен күреп, халыҡ рәхмәттәрен алып эшләүегеҙҙе теләйбеҙ!

0