Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

ТАҠМАҠ ӘЙТТЕ БӨРЙӘНДӘР

Бөрйән районы Ҡыпсаҡ ауылы ағинәйҙәре унлап ауылдан ағинәйҙәрҙе йыйып, таҡмаҡ бәйгеһе ойошторҙо.
Беҙ ниңәлер таҡмаҡтарға йыр сәнғәтенең еңел-елпе төрө тип ҡарайбыҙ икән дә ул. Ошо бәйге барғанда шул турала уйлап ултырҙым. Әйтәләр ҙә инде, башҡорттар йылға буйында йөрөһә – йылға тураһында, тауҙарҙа йөрөһә – тау тураһында йыр сығара, тип. Йылға-тауҙарҙа йөрөгәндә, күңел һоҡланыу, әҫәрләнеү йә һағыш менән тулғанда, әлбиттә, еңел таҡмаҡ сығарып булмай, унда йырҙы күңел торошоңа тап килтереп, “Уралыыыыым” тип, оҙон итеп һуҙырға кәрәк бит инде. Тәбиғәт балаһы, ана шул йылға-күлдәренән айырылғыһыҙ башҡорттоң йырҙары шуға ла оҙон көйҙәргә ҡоролғандыр, күрәһең. Ә таҡмаҡты ул ҡайһы ваҡытта, ниндәй шарттарҙа сығарған? Әлеге Ҡыпсаҡ ауылындағы сарала ағинәй Зәкиә Муллағолова бәйге башланыр алдынан ошо һорауға матур итеп яуап еткерҙе. Ниндәй генә заманда ла ауырлыҡтар алдында бөгөлмәгән халҡым, ҡурай уйнап, оҙон көйҙәрен һыҙҙырып, мөнәжәттәр әйтеп, шуның араһында таҡмаҡтар, ҡара-ҡаршы әйтештә ярышып та күңел асҡан, эсендәге һары һағышын сығарған. Бөрйән районы ағинәйҙәре үҙ ауылдарындағы элекке оҫта таҡмаҡсыларҙың исемдәрен, улар әйткән таҡмаҡтарҙы, таҡмаҡҡа эйәртелгән уйындарҙы, таҡмаҡҡа үрелә барған көйҙәрҙе иҫкә алды. Элекке таҡмаҡ оҫталарының традицияларын дауам итеүсе, 300-ләп таҡмаҡ куплеттары белеүсе Гүзәл Сырлыбаева, таҡмаҡтарға ҡушылып матур хәрәкәттәр менән бейеп китеүсе Фәнүзә Ишбаевалар һоҡландырҙы. Таҡмаҡтың йыр сәнғәтенең бик кәрәкле бер төрө һәм уны элеккеләр башҡарғанса итеп тергеҙергә кәрәк икәненә, уның халҡыбыҙҙың оптимизмы, позитивы, яҡшылыҡҡа, изгелеккә өмөтө булыуына инанылды…
Әйткәндәй, Ҡыпсаҡ ағинәйҙәре райондың төрлө ауылдарынан килгән ағинәйҙәргә Ҡараташ шишмәһенең шифалы һыуынан ауыҙ иттерҙе, ошо ауылдың Зиннур Боҫҡонов атлы уҙаманы ағинәйҙәргә фотосессия ойошторҙо.

0