Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Матурлыҡ көнөнә арналған “Сәскәләр тормош биҙәге” исемле сәскәләр байрамы үтте

Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай, тиҙәр. Һибәт Ишкилдин урамынан үткәндә тик изге, саф күңелле кешеләр йәшәгәне күренеп тора. Сөнки унда сәскә яратыусы, сәскә үҫтереүсе хужабикәләр бик күп. Шуға күрә лә матурлыҡ көнөнә арналған “Сәскәләр тормош биҙәге” исемле сәскәләр байрамы тап ошо урамда үтте. Күҙҙең яуын алырлыҡ аллы – гөллө сәскәләр һәр ихатала тиерлек балҡып, тирә – яҡҡа нур һибеп ултырһалар, матур – матур гөлләмәләр байрамды биҙәне. Байрамда ҡатнашыусыларға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йырлы сәләмдәр юлланы, ярыш – уйындар ҙа ойошторолдо. Сәскә үҫтерергә яратыусы хужабикәләргә Район мәҙәниәт һарайы исеменән дипломдар, иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды. Матурлыҡ бүләк итеүселәргә, урамдарҙы йәмләп сәскә – гөл үҫтереүселәргә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

0