Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Бөрйәндә Урал батыр уты ҡабынды!

17 ғинуарҙа тап Бөрйән ерлегендә, Урал батыр төйәгендә тарихи ваҡиға – “Урал батыр уты” фестивале старт алды. Был ҙур сара – реконструкциянан һуң асылған район мәҙәниәт йорто асылыу көнө менән тап килеүе бигерәк әһәмиәтле. Билдәләнгән ваҡытҡа бар халыҡ мәҙәниәт һарайы янына ағылды. Унда барыһы ла һоҡландырғыс театрлаштырылған өлөшкә тамаша ҡылдылар. Мәҙәниәт йортоноң ишектәрен асыу менән Башҡортостан Республикаһының милли оркестры һәм кейеҙҙән баҫылған кейемдәрҙә ҡыҙҙар ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы. Иң сағыу өлөшө төрлө яҡтылыҡ, лазер эффекттары менән байытылған сәхнәлә үтте. Концертта республика таланттары –  “Арғымаҡ”, “Дәрүишхан”, “Тархан”, “Бүреләр” төркөмдәре, Өфө, Сибай, Учалы филармониялары артистары, Сара Буранбаева, Заһир Зәйнетдинов, Тимур Рамазанов, Раян Алтыншин, Айбулат Рәхмәтуллин менән берлектә Бөрйән районының “Мәсемташ” халыҡ ҡурайсылар, “Атайсал” вокал һәм “Самрау” бейеү ансамблдәре сығыш яһанылар. Тамашаның режиссеры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, танылған режиссер – Сулпан Рәил ҡыҙы Асҡарова.

Иҫтәлекле сарала Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов ҡатнаштылар.

0