Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Гөрләне “Быйма байрамы”!

30 ғинуар район мәҙәниәт һарайы алдында быйма байрамы үтте. Был байрамда сәләмәт тормошто һәм спортты пропагандалау маҡсат итеп алынғайны. Йыйылған халыҡты сәләмләгәс, “Иң алыҫҡа быйма бәреүсе” ярышы башланды. Бында Филиә Күҫәповаға етеүсе булманы. Уға етәһе Зәбирә Йәнтүсова һәм Вәзирә Ҡурамшина булдылар. “Быймаға мәҙхиә” конкурсында быймаға арналған таҡмаҡ-шиғырҙар яңғыраны. Шулай уҡ, быймаларын биҙәп килеүселәр ҙә һынау тоттолар. Ул арала балалар өсөн сананы этеп, бер-береңде һөйрәп ярышыу конкурстары ойошторолдо. Һөҙөмтәлә “Тәтәй быйма” – Маһикамал Валиева, “Иң биҙәкле быйма” – Әнисә Хәкимова, “Зауыҡлы быйма” – Сәүиә Әминева, “Йәшәмеш быйма” номинацияларында Зәбирә Йәнтүсова бүләкләнделәр. Ә төп бүләк – биҙәкле быйманы Тәнзилә Бәшәрова эләктерҙе. Ярыштарҙа ҡатнашыусы балалар ҙа иҫтәлеккә бүләктәр алып ҡыуандылар.

Байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт еткерәбеҙ! Икенсе йыл рәттән үткәрелгән был байрам киләсәктә матур йолаға әүерелһен!

0