Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Мин йәшәгән йорт” интернет конкурсы

“БӨРЙӘН/РАЙОН МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ” төркөмө республикабыҙҙа иғлан ителгән “Зауыҡлы биләмәләр йылы” һәм районыбыҙҙың 90 йәшлек юбилейы айҡанлы балалар һәм үҫмерҙәр араһында “Мин йәшәгән йорт” исемле һүрәттәр конкурсы ойоштора.
Конкурста тик Иҫке Собханғол ауылында йәшәүселәр генә ҡатнаша ала.
Һүрәткә ҡатнашыусылар үҙҙәре йәшәгән, йә иһә хыялдарында йөрөткән йорт-ҡураны, ихатаны төшөрөп ебәрә алалар.
Ҡатнашыусылар 3 категорияға бүленә:
мәктәпкәсә йәштәге балалар,
башланғыс синыф уҡыусылары,
өлкән синыф уҡыусылары.
Һүрәттәрҙе фотоға төшөрөп, ошо ссылка буйынса беркетергә https://vk.com/topic-153701839_40809757
Конкурсҡа йомғаҡ 5 май көнө яһаласаҡ
Иң матур һүрәт төшөрөүселәрҙе Район мәҙәниәт һарайының дипломдары, иҫтәлекле бүләктәр көтә!

0