Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмөн булдырыуға 75 йыл тулыу айҡанлы митинг үтте

Иҫке Собханғол ауылында Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмөн булдырыуға 75 йыл тулыу айҡанлы митинг үтте.
Көслө рухлы, батыр, ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ илде һаҡлаусыларға, уларҙың үҙҙәренән һуң ҡалған эҙенә, мәңгелек дан һәм ихтирам йөҙөнән сәскәләр һалынды. Артабан һүҙҙе Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңниәхмәт улы Манапов, Белорет ҡалаһы, Белорет һәм Бөрйән райондары хәрби комиссары Фәрит Билал улы Ҡәйүмов, Бөрйән районының Германиялағы совет ғәскәрҙәре ойошмаһы рәйесе Салауат Ғәлимйән Ишбулатов, хәрби хеҙмәт ветераны Илгиз Фәйзрахман улы Мәрәсов, Бөрйән районы муниципаль район Советы рәйесе Тәлғәт Талха улы Кинйәбаев алдылар.
Бер төркөм граждандарға Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө булдырылыуға 75 йыл тулыуға арналған юбилей миҙалдары тапшырылды.
Тантаналы митингта хәрби хеҙмәткә юлланасаҡ 5 егеткә изге фатихаларын еткереп, Германиялағы совет ғәскәрҙәре ойошмаһының шевроны тапшырҙылар.

0