Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Ҡотлайбыҙ!

Һәләтле ойоштороусы, ат ярыштарының алыштырғыһыҙ комментаторы, ғөмүмән әйткәндә бар яҡтанда килгән Яңы Усман ауылы мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Шәфҡәт Әхмәтғәзи улы Мәзитов Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡулын ҡыҫып, юғары награда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемен алып ҡайтты!
Ул етәкләгән “Тарыуал” халыҡ театры, «Сибел» ҡатын-ҡыҙҙар һәм “Ирәүән” ир-егеттәр вокал ансамблдәре, “Наза” фольклор ансамбле, “Гөлнәзирә” бейеү ансамбле район һәм республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулайҙар.
Шәфҡәт Әхмәтғәзи улының тынғыһыҙ хеҙмәт емеше һөҙөмтәһе булып – Мәҙәниәт министрлығының, район хакимиәтенең, район мәҙәниәт бүлегенең күп һанлы маҡтау грамоталары һанала.
Ғүмерен ижадҡа бағышлап, кешеләргә рухи аҙыҡ өләшкән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәфҡәт Мәзитовтың эшмәкәрлеге ҙур ихтирамға һәм маҡтауға лайыҡ. Ошондай юғары исемгә лайыҡ булыуы менән коллегабыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлап киләсәктәлә ижади уңыштар, күңел күтәренкелеге, һүнмәҫ дәрт һәм илһам теләйбеҙ!!!!

0