Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Еңеүселәр – Теге финдар!

1 апрель Район мәҙәниәт һарайында йылдағыса быйылғы йылға нарыҡланған КВН үтте.

Был юлы 4 команда көс һынашты: Тарыуалдан “Бишбармаҡ”, Баҙал биҫтәһенән “Теге финдар”, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжынан “Банда” һәм Ағиҙел ҡасабыһынан “Поселоктың шәп ҡатындары” командаһы. Иң беренсе был ҡыҙыҡлы уйын әлбиттә таныштырыуҙан башланды, шунан инде биатлонда көс һынаһалар, бирелгән 6 һүҙҙән инсценировка күрһәтеү һәм музыкаль өйгә эште үҙ эсенә алды. Һәр команда еңеүсе булыр өсөн бар көсөн һалды. Бигерәктә Ағиҙел ҡатын-ҡыҙҙарының таныштырыуҙары төптән уйланып эшләнелһә, “теге финдар” тамашасыларҙы бала саҡтарына алып ҡайтһа, “бишбармаҡтар” бер көлдөрөп алһа, “банда”лар үҙҙәрененең йәшлектәре менән айырылып торҙо. Хатта замана афәте тажзәхмәттә ситтә ҡалманы.
Жюри түбәндәгесә урындар билдәләне:
3-сө урында – Агросәнәғәт колледжы студенттарының – “Банда” командаһы;
3-сө урында – Яңы Усман ауылынан “Бишбармаҡ” командаһы;
2-се урында – Ағиҙел ҡасабаһының “Поселоктың шәп ҡатындары”;
1-се урында – Баҙал башланғыс балалар баҡсаһының коллективының “Теге финдар” командаһы.
“Иң яҡшы ҡатын –ҡыҙ ролен оҫта башҡарыусы” номинацияһында – Лилиә Кәрим ҡыҙы Хисмәтуллина.
“Иң яҡшы ир-егет ролен оҫта башҡарыусы” номинацияһында – Айбулат Салауат улы Ҡурамшин билдәләнде.
Бар ҡатнашыусыларға һәм тамашасыларға “Теге финдар” ҙай һәр саҡ дәртле, “Банда” лар кеүек берҙәм, “Поселоктың шәп ҡатындары”ндай уңғанлыҡ һәм “Бишбармаҡ”тай татыу булыуҙарын теләйбеҙ.

 

0