Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Яҙ һулышы беҙҙең күңелдә”

Оҙон, йоҡоло ҡыштан һуң, ниһәйәт, түҙемһеҙләнеп көткән ЯҘ беҙгә ишек ҡаға. Яҙ менән бергә наҙ, йәшлек, моң һибелә, ер йәшәрә, тәбиғәт йәмләнә.
21 апрель район мәҙәниәт һарайында үткән “Яҙ һулышы беҙҙең күңелдә” театрлаштырылған концерт быға дәлил. Һәр кем был концертта үҙенең күңел түренән сыҡҡан моңдарын, дәртле бейеүҙәрен тамашасыға еткерергә ашыҡты. Береһенән береһе моңло тауышлы йырсылар, ут сәсрәткән бейеүселәр бер сәхнәлә сығыш яһаны: “Ялҡын” өлгөлө бейеү ансамбле, “Самрау”, “Фатима” (ет. Айгизә Даутова), “Сармат” (ет. Фәнис Үтәбаев) һәм “Непоседа” (ет. Дилбәр Алтынбаева) бейеү ансамблдәре, “Инсебикә” халыҡ (ет. Хәлиҙә Ғәҙелшина), “Серҙәштәр” (ет. Дилә Сәғәҙиева), “Гәлсәр” (ет. Айгүзәл Уразаева), “Тамсыҡай” (ет. Дилә Сәғәҙиева) вокал ансамблдәре, яңғыҙ башҡарыусылар: Искәндәр Ғәлиуллин, Рәсил Төлкөбаев, Рәсилә һәм Айгүзәл Сәғитовалар, Айһылыу һәм Алтынай Ғәлләметдиновалар, Зарема Моратшина, Наҙгөл Исламова, Гөлфиә Зиянбаева, Илнара Йомағолова, Наҙгөл Сафина, Рамаҙан һәм Фаягөл Ҡасҡинбаевтар, Айгүзәл Хәсәноваларҙың йыр-бейеүҙәре һәр кемдең күңеленә хуш килде!
Киләсәктә лә ҡатнашыусыларға, тамашасыларға ижади бейеклектәр, һаулыҡ, уңыштар һәм әлбиттә яҙ кәйефе теләйбеҙ!

 

0