Өмәгә ямғыр ҙа ҡамасау итә алманы
21 сентябрҙә “Йәшел Башҡортостан” республика экологик проекты, “Бөтә донъя таҙалыҡ көнө “Эшләйбеҙ” тип исемләнгән акция сиктәрендә үткән өмәнән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ситтә ҡалманы. Иртәнсәктән туҡтауһыҙ ямғыр яуып тороуы ла был изге эшкә кәртә була алманы. Район мәҙәниәт һарайы эргәһе тәртипкә килтерелде, шулай уҡ беркетелгән Ленин урамды өлөшө сүп-сарҙан таҙартылды.