Үҙешмәкәр театрҙарҙың фестиваль-марафоны штандарты Бөрйәндә
Башҡортостан Республикаһында Театр йылына бағышланған үҙешмәкәр театрҙарҙың фестиваль-марафоны штандартын ҡабул итеп, Яңы усман ауылының “Тарыуал” халыҡ театры Учалы районы Комсомольск ауылының моделле мәҙәниәт йортонда сығыш яһап ҡайттылар. Улар тарафынан сәхнәгә Кирәй Мәргәндең “Шомбай” комедияһы ҡуйылды. “Тарыуал” халыҡ театры коллективына эштәрендә, тормоштарында уңыштар, республикабыҙҙың төрлө сәхнәләрендә сығыш яһап, районыбыҙҙың данын күтәреп, тамашасыларҙы ҡыуандырып, ижади бейеклектәр яуларһығыҙ тип ышанабыҙ!
Фестиваль-марафондың штандарты 13 мартта, Яңы усман ауылы мәҙәниәт йортонда, Әбйәлил районына тапшырыласаҡ.