Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Башҡортомда һәр саҡ сәсән булған,Сәсәндәр бар! Һәр саҡ буласаҡ!”

31 май Бөрйән районында сәсәндәр мәктәбен тантаналы асыу сараһы үтте. Сарала  республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы сәсәндәр үҙәге етәксеһе Тулыбаева Нәфисә  Булат ҡыҙы; башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһының академигы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҡташыбыҙ Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы; Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай сәнғәт колледжының “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Гайнуллина Асия Султан ҡыҙы; Башҡортостан телерадиокомпанияһы комментаторы, билдәле тележурналист Сурина Сәрүәр Рәшит ҡыҙы; Сибай сәнғәт колледжы директоры Камбулатов Азат Ғәйнетдин улы; Баймаҡ районы һәм ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге начальниғы Йыһаншина Гөлназ Хәлиҙәр ҡыҙы; башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре  ҡатнаштылар. Байрамды мәҙәниәт бүлеге начальниғы Тләүбаева Клара Мөнир ҡыҙы республикабыҙҙа тәүгеләрҙән булып сәсәндәр мәктәбен тантаналы итеп асып ебәрҙе.

Башҡортостан борон-борондан ил данын һаҡлаусы ал бирмәҫ батырҙар, ил рухын яҡлаусы йырсы -сәсәндәр,  аҡһаҡалдар, ил инәләре менән дан тотҡан. Үткәндәр менән ғорурланып ҡына йәшәү етмәй, ә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге мираҫты тарҡатмай, быуындар ағышында үҫтереү, бөгөнгө көндә йәш быуынға танытырға һәм киләсәк быуынға еткереү беҙҙең төп бурысыбыҙ.

Халыҡ йыйындарҙа сәсәндәр әйтешен, өзләүселәрҙе һәм ҡобайырсыларҙы ихлас күңелдән тыңлаған. Сәсән — ул һүҙ оҫтаһы, халыҡ шағиры һәм йырсыһы,  үткәндәр хаҡында һөйләүсе тарихсы. Сәсәндәрҙең һүҙе, даны, аманаты – аҫыл ҡомартҡы. Илебеҙ, телебеҙ, халҡыбыҙ, милләтебеҙ берҙәм булғанда ғына, аҫыл ҡомартҡылар – мәңгелек.

Сәсәндәрҙең уй-фекере –халыҡ менән,

Үҙен танытыр һүҙендәге хаҡлыҡ менән;

Ҡайғырыр ул халыҡтағы ҡайғы менән,

Һәм шатланыр халыҡтағы шатлыҡ менән.

      Бөрйән иле торғаны тере тарих, ҡобайырҙар төбәге. Донъяға дан ҡаҙанған «Урал батыр» эпосына, “Ҡара юрға”, “Күсәк бей”, “Аҡбуҙат”, “Аҡһаҡҡола” ҡобайырҙарына һулыш биргән,Урал батыр рухын, Аҡбуҙаттың тояҡ  эҙҙәрен һаҡлаған, легендалар, батырҙар, сәсәндәр иле ул- Бөрйән.

Байрамдың беренсе өлөшөндә  “Аҡбуҙат “ балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе Азамат Буранбаев һәм Гөлиә Карамышева    “Урал батыр” эпосын,  “Ҡуңыр буға” эпосын Гүзәл Файзуллина, “Ҡара юрға” эпосын Ғәзимә Вәлитова, “Заятүләк” эпосын Хәлиҙә Ғәҙелшина, Фатима Шагалина, “Аҡһаҡҡола” эпосын Рәйфә  Шәйхисламова, “Бала ҡарға” эпосын Сәлимә Ғәрифуллина, сәсәниәбеҙ Гүзәл Сырлыбаева үҙе ижад иткән “Бөрйәнгә мәҙхиә” ҡобайырҙарын һөйләп ишеттерҙеләр.Сәсәндәрҙең сығыштарын  тыңлағандан һуң мәртәбәле ҡунаҡтарабыҙ үҙҙәренең уй-фекерҙәрен еткерҙеләр.

Ауыҙ-тел ижады сәсәндәр ярҙамында беҙҙең быуынға тиклем килеп еткән. 2015 йылда сәсән Сәбирйән Мөхәмәтҡоловтың шәжәрәһе барланһа, ә быйыл Ғәбит Арғынбаев сәсәндең шәжәрәһе. Яҙма сығанаҡтарға ҡарағанда Ғәбит сәсәндең нәҫел башы Янһары ауылынан башланған. Янһары-Яңы Собханғол ауылы уҙаманы, Бөрйән район Советы рәйесе Кинйәбаев Тәлғәт Талха улы Ғәбит сәсән рухына, уның ырыу-нәҫеленә бағышлап ҡорбан салдырҙы. Яңы Собханғол ауылында Бәйет тауы итәгендә аҡ тирмәлә ҡунаҡтар ҡорбан ашынан да ауыҙ иттеләр.

  Сәсәндәрҙең сәскән орлоҡтары

Уңдырышлы ергә төшһөндәр!

Тамыр йәйеп халҡым күңелендә

Һөйөү, иман булып үҫһендәр!