Йылға йомғаҡ яһалды
Бөгөн район мәҙәниәт һарайында 2022 йылға йомғаҡ яһалды, 2023 йылға маҡсаттар һәм бурыстар тураһында район мәҙәниәт бүлеге начальниғы Тләүбаева Клара Мөнир ҡыҙы сығыш яһаны. Сарала район хакимите урынбаҫары Вәлеева Венера Фәрит ҡыҙы ла ҡатнашты. Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы, мәҙәниәт йорттарының, музей, сәнғәт мәктәбенең эш һөҙөмтәләре буйынса ла сығыштар булды. Уңышлы эшләп килгән ауыл мәҙәниәт йорттарына Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырып кителде. Матур юбилейҙарын билдәләп үткән коллегаларға сертификат тапшырылды. Эштәрендә уңыштар теләбеҙ!