“Шәп егет-2024”
16 февраль көнө район мәҙәниәт һарайында бер нисә йыл рәттән үткәрелеп йолаға әйләнгән Иҫке Собханғол ауылының балалар баҡсаһында йөрөүсе малайҙар араһында “Шәп егет” конкурсы үтте. Конкурс ике турҙан торҙо: урындарҙа һәм йомғаҡлау. Бөтәһе 14 конкурсант ҡатнашты. Улар 3 номинацияла үҙ-ара һынау тоттолар. Жюри түбәндәге урындарҙы бирҙе:
1 -се урын- Латыпов Йәмил (“Ҡайынтүш” балалар баҡсаһы),
2 -се урында- Динисламов Нурсолтан, Уразаев Әмир (“Баҙал” балалар баҡсаһы), Евстигнеев Богдан (“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы)
3- сө урында -Назаров Илдан (“Баҙал” балалар баҡсаһы), Вәлеев Вилдан, Йәмғурсин Әмирхан (“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы),
“Тәүәкәл батыр” номинацияһыда бүләкләнде Алтыншин Арсен (“Ҡайынтүш” балалар баҡсаһы),
“Һәләтле батыр” номинацияһында- Мырҙабаев Динислам (“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы),
“Дарманлы батыр” номинацияһында- Манапов Алсын (“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы),
“Зирәк батыр” номинацияһында Шәрипов Вилдан (“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы) бүләкләнделәр. Бәйгенең төп урыны “Шәп егет-2024” лайыҡ булды “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан Шәмиғолов Нурислам. Кескәй батырҙарҙы сәхнәгә сығырға әҙерләгән ата-әсәләргә, тәрбиәселәргә афарин,- тип әйтәбеҙ. Эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!