Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Бәхетле бала саҡ” исемле интернет конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ!

“БӨРЙӘН/РАЙОН МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ” төркөмө 1 июнь – халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә «Бәхетле бала саҡ» исемле интернет конкурс иғлан итә.
Әгәр ҙә һин йырларға, бейергә, шиғыр һөйләргә һәм тағы әллә күпме һөнәрҙәргә эйә икәнһең, үҙеңде видеоға төшөрөп “БӨРЙӘН/РАЙОН МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ” төркөмөнә хат итеп ебәрә алаһың. Видеоларҙы 20-31 майға тиклем ҡабул итәбеҙ. 1 июнь көндө Һеҙҙән килгән иң-иң матур видеоларҙы тап ошо төркөмдә концерт итеп сығарасаҡбыҙ!
Ҡәҙерле балалар, әйҙәгеҙ әүҙемерәк булығыҙ, беҙ һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!