Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Игеҙәктәр” спектакле сәхнәләштерелде

Мораҙым ауылы мәҙәниәт йортонда район мәҙәниәт һарайының “Тамаша” театр коллективы тарафынан Әнғәм Атнабаевтың “Игеҙәктәр” комедияһы ҡуйылды. “Игеҙәктәр” комедияһы уҙған быуаттың 70-се йылдарын үҙ эсенә ала.Әҫәрҙә ауыл тормошо, колхоз, һауынсылар яҙмышы күрһәтелә. Ваҡиғалар үҙәгендә-исеменән үк күренгәнсә ике игеҙәк ҡыҙ һәм улар менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәр һүрәтләнә. Спектакль Район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә 27 март – Бөтә донъя театр көнөндә ҡуйыласаҡ.