Өләсәйҙә ҡунаҡта
Тәмле ҡоймаҡтары менән
Һыйлай беҙҙе өләсәй.
Алма бәлештәре менән
Эсәбеҙ, беҙ тәмле сәй.
Ғәлиәкбәр ауыл мәҙәниәт йортонда абруйлы ағинәй Исламбаева Хөснә Ниғмәт ҡыҙы балаларҙы ҡунаҡҡа йыйҙы. Ул балаларға ҡоймаҡ ҡойоу серҙәрен генә өйрәтеп ҡалманы, ә шулай уҡ үҙенең ҡул эштәре менән дә таныштырып үтте. Ҡунаҡ аҙағында үҙе ҡойған ҡоймаҡтар менән тәмләп сәй
эсерҙе.