Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Оҫталыҡ сиктәре”

Башҡорт халыҡ ижады – быуаттар буйы һаҡланып, быуындан-быуынға күсеп килеүсе аҫыл ҡомартҡы, ҡиммәтле хазина, изге аманат. Халҡыбыҙҙың бай ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлау һәм үҫтереү – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең төп бурыстарының береһе.

3 ноябрь ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында эшмәкәрлекте әүҙемләштереү, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ”Оҫталыҡ сиктәре” исемле методик кабинеттарҙың республика конкурсының күрһәтмә семинары булып үтте. Семинарҙа Республика халыҡ ижады үҙәгең мәғлүмәт-аналитика һәм методик эшмәкәрлек бүлеге начальнигы Эльмира Хәмит ҡыҙы Йәмлеханова, Республика халыҡ ижады үҙәгең мәғлүмәт-аналитика һәм методик эшмәкәрлек бүлеге баш белгесе Мәһәҙиева Зилә Әнүәр ҡыҙы, Өфөләге Инвалидтар ижады йорто директоры Гөлсәсәк Ғәбдулхаҡ ҡыҙы Зарипова һәм ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре ҡатнаштылар.

Семинар-практикумдың төп темаһы «Районда башҡорт халыҡ ижадын үҫтереү һәм пропагандалау».

«Районда сәнғәтте үҫтереү» маҡсатлы программаға ярашлы рәүештә районда төрлө милли байрамдар, халыҡ уйындары ойошторолоп тора.

Башҡорт халыҡ ижады — халыҡтың күңел түрендә быуаттар буйы һаҡланып килгән тарихы, тормош-көнкүреше.

Юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, “Элгеләү” халыҡ фольклор ансамбле ағзаһы Саяхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы үҙенең сығышында “Фольклор аша халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәтен формалаштырыу – милләтебеҙ киләсәгенең ныҡлы нигеҙе” тураһындағы темаһы менән сығыш яһаны.

Йола ижады – быуаттар буйы халыҡтың тормош-көнкүрешен, рухи байлығын сағылдырыусы боронғо мираҫ. Башҡорт халҡының тормошо, кешеләрҙең донъяға ҡарашы, тарихы, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, төрлө йолалары тураһында хеҙмәт ветераны, “Ҡурыуҙы” халыҡ фольклор ансамбленың актив ағзаһы Ишбаева Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы асыҡ һөйләне.

“Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадының бөрйән сәхнәләрендә сағылышы” тураһында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” тигән Башҡортостан Президенты грантына эйә булыусы Фәткуллина Һәҙиә Рәхимйән ҡыҙы һөйләп үтте.

Был сарала шулай уҡ төп маҡсат итеп башҡорт халыҡ йолалар ғөрөф- ғәҙәттәрен балалар араһында ла пропагандалау ҡуйылды.

Балалар араһында элек-электән йәшәп килгән халыҡ уйындары онотолоп бара. Хәҙерге балалар, әйтерһең, халыҡтың яҡшы уйындары тураһында берҙә ишеткәне юҡ. Улар күберәк ваҡыттарын компьютерҙа һәм телефондарҙа мәғәнәһеҙ вертуаль уйындар уйнап үткәрәләр.

Ә халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе бит. Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте бер ҡасан да кәмемәй. Район һарайы методисы Файзуллина Гүзәл Әхмәҙей ҡыҙы “Башҡорт халыҡ уйындары”тураһында үҙенең сығышында һөйләп китһә, ә Тимер ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Ғөбәйҙуллина Филиә Рәхимйән ҡыҙы халыҡ уйындарын уйнатты. Башҡорт халыҡ ижадына таянып Ғәзимә Айытҡол ҡыҙы Вәлитова викторина үткәрҙе.

Семинар-практикумда Байназар ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ҡурыуҙы” халыҡ фольклор ансамбле (ет.Т.Сәғитова) “Тары урыу” йолаһы, Әбделмәмбәт ауыл мәҙәниәт йортоноң “Үҙән” халыҡ фольклор ансамбле (ет. Ә. Мөхәмәтйәнова) “Бөрйән таҡмаҡтары”, Мәһәҙей ауыл мәҙәниәт йортоноң “Элгеләү” халыҡ фольклор ансамбле (ет.Ф. Шәғәлина) замандың төрлө осорҙарына бағышлы йырлы-бейеүле таҡмаҡтары менән сараны байытты.

Семинар-практикумдың эшен йомғаҡлап Өфөләге Инвалидтар ижады йорто директоры Гөлсәсәк Ғәбдулха ҡыҙы Зарипова һәм район мәҙәниәт бүлеге начальниғы Клара Мөнир ҡыҙы Тләүбаева сығыш яһанылар.

Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә жюри ағзалары ла был саранан яҡшы тәьҫораттар һәм яңы уй-теләктәр менән ҡайттылар.

Халҡымды хөрмәт итәм тигән һәр кем халыҡ ижадын оноторға тейеш түгел, ә киреһенсә уны һаҡлап, килер быуынға тапшырырға бурыслы.

Онотмайыҡ халҡыбыҙҙың

Тарихын һәм йолаһын,

Халыҡ аҡылы тупланған

Ауыҙ-тел ижадын.