Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Ҡош сәләме”

Яҡшы кешенең ҡунағы бер көндә, ти бит халыҡ мәҡәле, эйе, тап шулай, Яңы – монасип мәктәбе 80 йыллыҡ юбилейын билдәләп, туғандары, класташтары менән генә күрешеп ҡалманы, ә кистәре лә моңло булды…… Ул моңдо яҡташыбыҙ, һәүәҫкәр композитор, популяр йырҙар авторы, “Юлдаш йыры-2010” асыҡ республика конкурсы лауреаты Гөлүзә Арыҫланова бүләк итте. Ул әлеге көндә Дәүләкән ҡалаһында ялҡынланып ижад итә һәм Башҡортостандың халыҡ я6ыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы директоры.

Ҡош юлы… Эйе, ошолай атала ине ул Гөлүзә Арыҫланованың ижад кисәһе. Ҡош сәләмеләй танһыҡ та татлы ла булды ул Монасиптар өсөн был кис. Күптәре үҙ туғанын күреп ҡыуанһа, күптәр иңде Гөлүзәнең бәләкәйҙән йырлап үҫкән матур тауышын, ғөмүмән, үҙен һағынып килде клубҡа. Ауылдашын тамашасылар бик йылы ҡаршы алдылар ауылдаштарын, һәр бер сығышын оҙаҡ алҡышлауҙар менән оҙаттылар.

Ижад кисәһе Гөлүзә Арыҫланованың «Ҡайындарым” һәм “Ҡош сәләме” исемле йырҙары килгән тамашасыларҙы тәбрикләүе менән асылды. Ижад кисәһе ҡотлауҙар менән аралашып барҙы. Беренселәрҙән булып ауыл хакимиәте башлығы, унан район мәҙәниәт бүлеге тәбрикләне. Шулай уҡ уҡытыусыһы, хәҙерге ваҡытта Мөхтәр Сәғитов музейы директоры Зөһрә Дәүләтбай ҡыҙы Нурдәүләтова һәм әлбиттә, туғандары ҡотлау һүҙҙәрен еткереп ижади уңыштар теләнеләр.

Сарала, Дәүләкәндә бергә ижад иткән дуҫы, шағирә, Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылар иҫәбенә ингән, уҡытыусы, “Илһам шишмәләре” регион-ара фестиваль конкурсы лауреаты, республика конкурстары лауреаты Миңзәлә Хәлилова сығыш яһаны. Ул Гөлүзә Әхмәтғәрәй ҡыҙын ҡотлап һөйөклө әсәй, аҡыллы, уңған ҡатын, үҙ ғаиләһен, йортон гөлт иттереп тотоусы икәнен бәйән итте һәм уның тураһында яҙған матур шиғырын бүләк итте. Әйткәндәй, Г. Арыҫланова йыр-моңдо юлдаш итеп кенә ҡалмаған, күңеленә илһам килгәндә ҡыл ҡәләмдә алып яҙырға ултыра. Ижадында мөһим урынды, уның тыуған төйәге, ауылы, тәбиғәт, әсә темаһы алып тора, шиғырҙары гәзит биттәрендә баҫыла бара һәм үҙе ижад иткән иткән шиғырҙарына көйҙәр яҙа. 2014 йылда, Ҡазан ҡалаһында, Рәсәйҙең һәүәҫкәр композиторҙар конкурсында ҡатнашып икенсе урын ала. Ошо конкурста еңеү килтергән «Ҡыҙыл миләш” йыры Рәсәй һәүәҫкәр композиторҙары әҫәрҙәре йыйынтығына индерелә.

Уның йырҙарын танылған йырсылар Фәрүәз Урманшин, Зилә һәм Хәсән Усмановтар, Флүрә Үҙәнбаева һәм башҡа йырсылар башҡарыуында зәңгәр экрандар6ан, радио тулҡындары аша һәр саҡ яңғырап тора. Шулай уҡ был сарала ауылдаштары йәш парҙар Гөлназ һәм Вәзир Әхмәтшиндар (Г. Арыҫланова ижад иткән, Резедә Әминева һәм Филүс Ҡасимов репертуаранан, «Шылтырат” йырын башҡарып) сығыш яһаһа, тамашасылар күңеленә хуш килгән йырҙарын Дилә Сәғәҙиева, Рәзилә Иҫәнбаева башҡарҙы, Руслан Ҡыуандыков башҡорт халыҡ йыры «Түңәрәк күл” де ауылдашына туған яҡ моңо итеп бүләк итте, ә Алина Хисматуллинаның бейеүе һәр кемде дәртләндерҙе, тамашаны йәмле һәм йәнле итеп Айбулат Ишморатов менән Ғәзимә Вәлитова алып барҙы, музыкаль яҡтан Хәйҙәр Нәҙершин менән Урал Ниязғолов биҙәне.

Был осрашыуҙан һәр кем үҙенә дәрт, дарман, күңел тыныслығы алып тағы ла моңдоң ни тиклем ҡөҙрәтле икәненә инанып оло рәхмәттәрен еткереп таралышты.