Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Мин йырҙарым менән бәхетле

Ғинуар айының бурандарына ҡарамай Брәтәк ауыл мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр әртистәре “Мин мондарым менән бәхетле” исемле бай йөкмәткеле концерты менән район үҙәге тамашасылары алдында сығыш яһанылар. Концерт дәртле, моңло йырҙар менән бер рәттән шаян бейеүҙәр, интермедиялар менән аралашып барҙы. Концертты йәнле итеп алып барҙы үҙе бейеүсе, йырсы, мәҙәниәт йорто етәксеһе Эльвира Хөсәйенова. Үҙенә генә хас моңлолоҡҡа эйә булған брәтәк ауылы һандуғасы, “Талантлыны данлай Башҡортостан” республика конкурсы лауреаты Гөлдәр Йәрмөхәмәтова тамашасының көслө алҡыштарына күмелде. Ауылдың иң шәп егеттәре: Рифат Хөсәйенов ярһыу йәшлектең дәртле йырҙарын башҡарһа, ә Хәлим Ғәлиуллин моңло йырҙары менән күңелдәрҙе тирбәлдерҙе. Ә Нәйлә Хәсәнова йырлап ҡына ҡалманы, Фәйләрә Ситдикова, Гөлдәр Йәрмөхәмәтова менән оҫта итеп интермедияларҙа уйнаны. “Нөгөш” вокал ансамбле башҡарыуындағы “Тыуған еремә” йырҙарын, таҡмаҡтарҙы тамашасы йылы ҡабул итте. Инзирә Ғәбитова, Нурания Сидикова, Зәлиә Йәғәфәрова, Фәйләрә Сидиковалар башҡарыуында бейеүҙәр концертты тағы ла байытты.

Район үҙәгенән төпкөлдә ятҡан ауылда күпме талант бар. Мәҙәниәт бүлеге һәм мәҙәниәт һарайы тарафынан үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашып мәртәбәле урындар яулап ҡайталар. Мәҙәниәт йортонда үҙ эшенең оҫталары эшләй: Э.Хөсәйенова оҫта ойоштороусы, етәксе булһа, уның уң ҡулы Н.Хөсәйенова күлдәктәр, бишмәттәр тегеп әртистәрҙе ҡыуандыра. Ошондай дәртле, бар яҡтан килгән, сәнғәткә ғашиҡ оҫталар барҙа ауыл мәҙәниәт йорттарында эшләүе лә күңелле.

Концерт халыҡҡа оҡшаны. Артабан мәҙәниәтле яңы мәҙәниәт йорто булған брәтәктәргә ижади уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!