Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Йырлы шағир

12 март көнө Ағиҙел ҡасабаһы мәктәбендә Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Тылсымлы шар” китабы өсөн Г.Х.Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Почетлы дипломға лайыҡ булған шағир, драматург  Сафуан Әфтәх улы Әлибаевҡа 75 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе үтте. Уҡыусылар шағирҙың хәтер кисәһенә матур итеп әҙерләнгәндәр: Сафуан Әлибайҙың шиғырҙарын ятлағандар, йырҙарын өйрәнгәндәр, уға арнап гәзит сығарғандар. Кисә башында үҙәк китапханаһы китапханасыһы Ф.Айытбаева уҡыусыларҙы С. Әлибаевтың тормошо һәм ижады менән таныштырып китте. Уҡыусылар уның  шиғырҙарын яттан һөйләне, йырҙарын йырланы. Кисәне йәнле итеп Р.Иҫәнбаева алып барҙы. Барыһы ла шиғриәт дәресенән күңелдәре хушланып таралды.