Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Ҡотлайбыҙ!

2015 йылда БР Мәҙәниәт министрлығы менән республика халыҡ ижады үҙәге берлектә “Йылдың иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән конкурс иғлан иткәйне. Бөрйән район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Теләүбаева Клара Мөнир ҡыҙы “Ҡала округының, муниципаль берәмектең иң яҡшы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе” тигән номинацияла еңеү яуланы. Клара Мөнир ҡыҙын еңеүе менән ҡотлайбыҙ. Ижады эшендә тағы ла яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Мәҙәни эшмәкәрлекте әүҙемләштереү, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында  ”Оҫталыҡ сиктәре” методик кабинеттарҙың республика конкурсында Бөрйән районының мәҙәниәт һарайы методик кабинеты ҡатнашып өсөнсө урын алды һәм “Халыҡ йолаларын үҫтереү  һәм һаҡлау” исемле махсус дипломға лайыҡ булды.