Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Алтындарға тиң халыҡ ижады”

Район мәҙәниәт һарайында «Алтындарға тиң халыҡ ижады» тип исемләнгән мөнәжәтселәр, ҡобайыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Конкурс районда өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Шуныһы ҡыуаныслы- ҡатнашыусылар алдағы йылдарға ҡарағанда күберәк ҡатнашты. Яңғыҙ мөнәжәт әйтеүселәр араһында Байназар ауылынан Фәнүзә Аҙанғолова беренсе, Мәһәҙей ауылынан Нурия Сәйәхова икенсе, Тимер ауылынан Раушания Мырҙағолова өсөнсө урын яуланылар. Ҡобайыр һөйләүселәр араһында беренсе урын Килдеғол ауылынан Дилфүзә Билалова, икенсе урын Ғәҙелгәрәй ауылынан Маһира Сәғитова, ә өсөнсө урынды Ғәлиәкбәр ауылынан «Таҡыя сусаҡ» фольклор ансамбле алды. Ә коллективтар араһында беренсе урын Мәһәҙей ауылының «Ҡәрҙәштәр» төркөмө, икенсе урын Әтек ауылының «Шәрифә» төркөмө, өсөнсө урын Әбделмәмбәт ауылының «Үҙән» фольклор ансамблдәре лайыҡ булдылар. Конкурста еңеүселәргә Маҡтау грамоталары, бүләктәр тапшырылды. Халҡыбыҙҙың матди байлыҡтарҙан рухи ҡиммәттәрҙе өҫтөн ҡуйыусы конкурста ҡатнашыусыларға уңыштар ғына теләйбеҙ!