Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Йәйге Mix»

Эйе, тап шулай аталды был концерт, сөнки унда иң дәртле, иң сос, иң моңло йырсылар һәм сәхнәне дер һелкетеп бейеүселәр ҡатнашты. Тамаша залы концерт башланғандан алып аҙағына тиклем көслө алҡыштарға күмелде, береһенән береһе дәртлерәк йәштәр сығыш яһанылар, ата-әсәләрҙә зал тултырып килеүҙәре үк ошо тамашаны һағынып, үҙебеҙҙең йәштәрҙе уларҙың моңона дәртенә һыуһағандары күренә ине. Концертты “Ялҡын” өлгөлө бейеү ансамбле “Бөрйәндә байрам” бейеүе менән башлап ебәрҙе. Һуңынан инде алып барыусылар сәхнә түрен алды. Әйткәндәй концертты дәртле итеп алып барҙылар: зәңгәр экрандарҙа “Тау тау хәбәр” ҙе алып барыусы Винер Фәйзуллин, мәктәп йылдарында уҡ төрлө сараларҙа актив ҡатнашыусы Алина Сәлихова менән Айгиз Ҡолбирҙин. Тамашасыны моңло йырҙары, үҙҙәрен ысын сәхнә йондоҙҙары булыуҙары менән һөйөндөрҙөләр Тансулпан Әбдрәхимова (Йыр “Бәхет ҡошом”, “Йыһанға” “Ике ҡояш”), Зөлфиә Йәғәфәрова, Әлиә Әбдрәхимова (“Киләсәк”) Гөлнара Хәлитова (“Күңелемде биләп алдың”, “Солнце”, “Спектакль окончен”) Розалия Ғиззәтуллина (“Это больше чем любовь”), Әтек ауылы егете Ирек Ҡолмәмбәтов, шағир Хәсән Назарҙың “Бөрйәндә” шиғырын Байназарзан Айгиз Буранғолов һөйләп ҡыуандырһа, бер-бер артлы бейеүселәрҙә сәхнәне иңләп бейене. Розалия Зарипова, Дилбәр Алтынбаева, Әминә Даутова “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүен ҡарап күҙҙәр ҡыуанһа, “Ләйсән” бейеү ансамбле “Ағиҙел һылыуҙары”н бейеүе менән тамшасыларға дәрт өҫтәне. Был концертта күмәк бейеүҙәр булыуы тамашаны тағыла тулыландырып ебәрҙе күмәк ҡыҙҙар башҡарыуында “Томбойоҡ”, “Ҡумыҙсылар”, “Аҡ май, һары май” бейеүҙәрен ҙур ихласлыҡ менән ҡаранылар. Быйыл “Байыҡ”Республика телевизион конкурсында икенсе урын яулаусы “Ялҡын” өлгөлө бейеү ансамбле егеттәре “Джигитовка” һәм парлы бейеү “Урал бәйете” бейеп ҡыуандырҙылар. Алина Салихова А. Юлдашбаевтың “Һин минең барлығымды әле белмәйһен” монологын һөйләп тамашасының күңел ҡылдарын сиртте. Һәр яҡтан да һәләтле Винер Фәйзуллин ҡурайҙа ла уйнап, ҡыҙҙар күңеленә осҡон һалып йырлап та өлгөрҙө. Р.Б. атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәнғәле Вәхитов иҫтәлегенә үткәрелгән бейеү байрамында беренсе урын яулаусы Дилбәр Алтынбаева «Башҡорт сувенеры” бейеүен бейеһә, Розалия Зарипова “Оҙон сәс” бейеүен оҫта башҡарып алҡыштарға күмелделәр. Ә инде “Бөрйән егеттәре” бейеүе сәхнәгә сыҡҡас инде һәр кемден йөрәгендә осҡон ҡабынды, эйе, ул осҡондо ҡабыҙҙылар Винер Ҡолдәүләтов, Юлай Уразаев,Ғәзинур Йәмғурсин һәм Филүс Псянчин.

«Йәйге mix!” Флешмоб “Мин яратам һине Башҡортостаным!” менән тамамланды. Концерт бөттө, кешеләрҙең күҙҙәрендәге осҡондарҙы һәм ҡыуаныуҙарын күреү үҙе ҙур мәртәбә. Бөрйәнебеҙҙә шундай рухлы йәштәребеҙ барына, уларҙы шулай рухлы итеп үҫтергәндәре өсөн атай-әсәйҙәргә рәхмәттен ҙурын еткерәбеҙ. Ошо моңобоҙҙо юғалтмай киләсәктә лә берҙәм булып йәшәйәсәгебеҙгә иманыбыҙ камил! Рәхмәт һеҙгә йәштәр, ҡайҙа йөрөһәгеҙҙә, Бөрйәнебеҙҙең данын күтәреп, ялҡынлы сығыштарығыҙ менән өлгө булып, кешеләргә моң, дәрт таратып йәшәүегеҙҙе киләсәктә лә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп ҡалабыҙ.