Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Йәйләү юлы

18 июль көнө район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре “Йырым булһын бүләк” исемле матур концерт программаһы менән Урал КФХ “Бүре ҡырған” йәйләүендә булып ҡайттылар. Бөрйән районында берҙән бер йәйләү, малсылыҡ тармағының, әле лә боронғолокто һаҡлап, дәррәү генә үҙ эштәренән йәм табып, донъя көтөп йәшәп ятыуҙары менән һоҡландырҙы. Кәртә тирәләй ҡаҙ бәпкәләре, көтөү-көтөү һарыҡтары ашап йөрөүҙәре үҙе ни тора. Бер-бер артлы сығып беҙҙе күҙәткән балалар ҙа йәйләү тормошон үҙ иткән. Рәзилә Иҫәнбаева, Айрат Баязитов, Айгүзәл Уразаева моңло йырҙары менән ҡыуандырһа, Ғәзимә Вәлитова, Алина Хисмәтуллина дәртле бейеүҙәр бүләк итте. Йәйләү халҡы бѳтә сығыштарҙы ла алҡыштарға күмеп ихлас ҡабул итте, бергә йырлап-бейеп күңелле ял итте. Бигерәктә Айрат Баязитов һәм Рәзилә Иҫәнбаева башҡарыуында кино йылына арналған һинд йырҙарына попурри хуш килде улар күңеленә. Һөйләшкән арала үҙ эштәренән ҡәнәғәт булып, бар эште урын еренә еткереп эшләргә тырыша инай-апайҙар, уларға ҡул араһына инеп эшкә өйрәнеп үҫеп килеүсе ҡыҙҙар-малайҙар. Көнөнә 3 тапҡыр һауып һөттө Белоретҡа алып барып тапшыралар, ай һайын аҡсаһың ваҡытында алып тороуҙарына һөйөнөүҙәре тағы ла ҡыуандырҙы. Сөнки, хәҙерге көндә район үҙәгенә йөрөп тә эш хаҡын алып ҡыуанғандарҙы күреү һирәк күренеш.

Өҫтәл тулы тик яҡшы сифатлы экологик яҡтан таҙа булған ризыҡтар менән туҡланып шат тауыштан тынмаған йәйләүҙән күңел күтәрелеп ҡайтты. Их, хәҙерҙә һәр ауылдың йәйләүе булһа ине ул тигән теләк һәр кемдә йәшәһә ине. Бынан 15-20 йыл элек һәр йәйләү үҙ һабантуйын булдырып, балалар беҙ йәйләүгә барабыҙ тип ашҡынып тороуҙары йыраҡлаша бара шул… Беҙҙең һәр кемебеҙ үҙенең бала сағына ҡайтҡандай булды.