Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Мәргән уҡсы

Беҙҙең райондан 6 ҡатнашыусы булды һәр ҡайҙала үҙенең йор һүҙелеге менән алдырған Яңы Усман ауылы мәҙәниәт йорто директоры Шәфҡәт Мәзитов, Һабантуйҙарҙа таш ырғытыу буйынса беренселекте бирмәгән Ғәлиәкбәр ауыл мәҙәниәт йорто директоры Фаяз Әхмәтов, үҙҙәренең мәргәнлектәрен республика кимәлендә лә оҫта танытыусы Яңы Мөсәт ауылынан ағалы-ҡустылы Салауат һәм Сынбулат Юлберҙиндар, Баймаҡ районында тыуып үҫеп Бөрйәнде үҙ районынан да артыҡ күреп донъя ҡороп йәшәп ятыусы, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы урыңбаҫары Марс Нәбиуллин, үҙе баш ҡалала эшләптә, Бөрйән данын яҡлаусы Брәтәк ауылы һылыуы Розалия Зарипова. Беренсе тапҡыр үткәрелгән республика конкурсында Бөрйәндәргә ҡарата тик ынғай фекерҙәр, һоҡланыуҙар ишетеүе ҡыуаныслы ине. Иң күп ҡатнашыусылар беҙҙең райондан булды. Был ярышҡа апрель айынан әҙерлек башланыҡ, Өфө ҡалаһынан махсус рәүештә уҡ һәм йәйә алдырып ике ай дауамында әҙерлек барҙы. Беҙҙен ағайҙарҙа сәм, дәрт һәм дарман ҡалҡты, һабантуйҙа ошо ярышты тергеҙеп ярыш үткәрергә ине тигән теләктә ҡайттылар. Бөрйәндәрҙең бер йән икәнен тағын бер тапҡыр раҫлап ҡайтыусы конкурсанттарыбыҙға киләсәктә лә уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ.