Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Ҡыҙҙар ҡайтҡан ауылға

Беҙҙең һәр кемебеҙ тәүләп тәпәй баҫҡан тыуған ерен, тыуған йортоң һәр саҡ һағыныуҙар аша иҫкә алалыр. Тыуған нигеҙ һәр кемде әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Бына 6 август көнө лә Алдар батырҙың рухын һаҡлаған, ҡасандыр биш ауылды берләштергән Әтек ауылы үҙ ҡыҙҙарын ҡаршы алды. Үҙҙәренең бала саҡта һыу ингән, уҡып белем алған, йәш саҡтарҙа әхритә һуҡҡан ерҙәрен һағынып бер күрешеп китер өсөн йыйылды ҡатын-ҡыҙҙар. Иртәнге сәғәттәрҙән тәмле бәлештәрен бешереп һәр ерҙә өлгөрөүселәр, ауыл мәҙәниәт йортона йыйылып хәл-әһүәлдәр һорашып, күрешеп, алғандан һуң тантаналы өлөштө башлап ебәрҙеләр. Сәләмләү һүҙҙәренә ҡушылып “Шатлыҡ” вокал ҡыҙҙар ансамбле үҙ моңдары менән ҡунаҡтарҙы сәләмләне, был моң барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ғына түгел ауылға таралып һәр кемдең йөрәген елкендерҙе. Һуңынан инде Әтек ауыл биләмәһе ауыл хакимиәте башлығы Нуретдин Бәҙретдин улы Әбүбәкиров бер аҙ үткәндәргә байҡау яһап килгәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Сара матур номерҙар менән аралашып барҙы. “Алтынай” ҡатын – ҡыҙҙар вокаль ансамбле, “Таң йондоҙҙары”ҡыҙҙар бейеү ансамбле, Гөлсибәр Байморатованың йыры ла, һинд бейеүелә, ҡунаҡ ҡыҙы Әлиә Әбдрәхимованың, Гөлшат Сәлихованың йырҙары Әҙилә Бейембетованың бейеүе барыһының күңеленә хуш килде. Саҡырылған ҡунаҡтарҙан бынан инде 26 йыл элек ауыл советы председателе булып эшләп хәҙер инде Байназар мәктәбендә балаларға белем биреүсе Гөлшат Марат ҡыҙы Салауатова һәм Б.Р. атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Клара Мөнир ҡыҙы ауылдаштарын ҡотлап артабанда ошо сараны ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп һәм яҡты баласаҡ, йәшлек хәтирәләре менән бүлештеләр. Йылайыр районынан килгән Маһинур апай Алгазина ауылдаштарына үҙе һалған “Әсәйем яулығы” бейеүен ҡыҙҙар кеүек осоп талпынып бейеһә, Миңзәлә Быкова үҙе үҫтергән сәскәләрен ауылдаштарына бүләк итеп сараға тағы ла йәм өҫтәп ебәрҙеләр. Йырлап-бейеп күңелдәре күтәрелгәс ҡатын-ҡыҙҙар “Мөхәмәтшәриф” мәсетәнә юл алдылар, һәр береһе хәйер һалғас Фәйрүзә Ишбулатова мәсет тураһында, уның эш барышы менән таныштырҙы. Һәр йома мәсетебеҙҙең буш тормауына, ауыл халҡының яйлап иманға ҡайтыуына һөйөнөүен белдерҙе. Хәсән хәҙрәт вәғәҙ әйтеп әрүәхтәр рухына бағышлап аят уҡыны. Ауыл ҡатын–ҡыҙҙарынан төҙөлгән “Шәрифә” төркөмө күңелден иң нескә ҡылдарына үтерлек итеп мөнәжәт, сүрәләрҙе ятлап күрһәттеләр. Улар мөнәжәтселәр конкурсында үҙ мөмкинлектәрен һынап район мөнәжәтселәр һәм Сибайҙа үткәрелгән конкурстарҙа икенсе урын яулаусы апайҙар. Хатта мыжынҡырап торған балаларҙа тауыш тыңһыҙ ғына тыңлап күңелдәренә иман нурын һалып ултырҙылар. Мәсеттә булып бер аҙ күңелдәре тыныслыҡ алғас, ҡатын-ҡыҙҙар мәктәпкә юл алдылар. Уйһыҙ баласаҡтың ҙур өлөшө мәктәп йылдары бит ул. Мәктәптен музейын иғтибар менән ҡарап үҙ шәжәрәләрен барлап сыҡты ауылдаштар.

Ҡасандыр ошо “Һыуыҡ ҡолаҡ” йылғаһынан һыу ташып үҫкән апайҙар хәҙер инде бер нисә ейән-ейәнсәргә өләсәй булған өләсәйҙәр матур биҙәлгән көйәнтә биҙрәләрен аҫып Ҡана буйына юл алдылар. Гөлшат Салауатова һәм Резеда Әбделмәнованын биҙрә көйәнтәләренән күҙҙәр ҡамашты. Иң кесеһе Зөбәржәт Иҙрисова ла үҙенә килешле итеп көйәнтә биҙрәһе мн килгән ине. Артабан осрашыу мул табын артында дауам итте. “Һыуыҡ ҡолаҡ”тың исеме есеменә тап килеп тора. Һыуыҡ ҡолаҡ буйында ысынлап та еләҫ ине. Быйылғы ҡоролоҡ йылында ла үҙенен саф таҙа һыуын кәметмәгән, талғын ғына ағып ята. Күңелдәре булғансы сәй эсеп, уйнап көлөп таралашты ҡатын-ҡыҙҙар. Ошо сараны ойоштороусы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, ҡаҙан аҫып татлы итеп ит бешерәүсе апалы һеңлеле Рәзифә һәм Гөлдәр апайҙарға, алыҫ араларҙы яҡын итеп ҡайтыусы Сибай, Йылайрҙарға рәхмәттен ҙурын еткерәбеҙ. Ә инде ауылда йәшәүселәүгә әүҙемерәк булыуҙарын теләр инем, бына Ләлә апай һымаҡ булырға кәрәк Сибай һынлы Сибайҙан ҡупшы ҡуҙ самауырын алып ҡайтҡан бит ауылдаштар…

Күңел бөтәйеп ҡала ошондай осрашыуҙарҙан, бындай саралар районыбыҙҙың башҡа ауылдары өсөн дә танһыҡ байрамға әйләнһен ине…