Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Науруз байрамы

Наурузды март айында кѳн менән тѳн тигеҙләнгән ваҡытта байрам итәләр. Байрам сәхнәләштерелгән тамаша менән башланып китте. Көн менән Төн бейеүе, Аҡман менән Тоҡман сығышынан һуң, “Мираҫ” халыҡ фольклор ансамбле ағинәйҙәре теләктәрен еткереп йыр бүләк иттеләр. Артабан “Үткән йылға мәҙхиә” исемле бәйеттәр конкурсы башланды. Конкурсҡа йомғаҡ яһалғансы, “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы халыҡҡа ҡыҙыҡлы викторина тәҡдим итте. Бәйеттәр бәйгеһе буйынса Фәнүзә Ишбаева, Гөлдәр Сөләймәнова, Лилиә Шәрәфутдинова, Хәлиҙә Ғәҙелшиналар бүләкләнде. Науруз байрамы тәмле бутҡа ашау, сәй эсеү менән тамамлданды.