Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Айрат Баязитов – Халыҡ-ара “Иҙел” фестиваль-конкурсы лауреаты

16-17 ноябрьҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән “Иҙел” Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙары фестиваль-конкурсында Бөрйән районында сыҡҡан “Мәсем буйында” башҡорт халыҡ йыры менән, Бөрйән данын яҡлап сыҡҡан Айрат Баязитов 3-сө дәрәжәле лауреат исеменә лайыҡ булды.

Айрат Роберт улы, йырҙы өйрәтеүсе Йәмил Иҫәнғәлин, ҡурайҙа уйнаусы “Йатаған” төркөмө солисты Ғаяз Ялмурзин, ярҙамсылар Артур Назмутдинов, Хәйҙәр Нәҙершин, Гөлнур Ғәле ҡыҙы, Рухи, ижади көс өҫтәүсе әсәй, атай, туғандар, Клара Мөнир ҡыҙы, дуҫтар, һәм бөтә райондаштарына ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, “Башҡорт халыҡ оҙон көйҙәре кеүек ғүмерҙәрегеҙ саф, оҙон булһын” – тип теләктәрен еткерҙе.

Артабан да ижади уңыштар, яңы үрҙәр һәм һаулыҡ теләйбеҙ!