“Халыҡ көсө – берҙәмлектә” исемле викторина үтте
4 ноябрь көнө Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләйәсәкбеҙ. Был байрам Ватаныбыҙ тарихындағы данлы ваҡиға – 1612 йылда Минин һәм Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы тарафынан Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеү, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙеү хөрмәтенә булдырылды.
Ошо айҡанлы 1 ноябрь көнө Район мәҙәниәт һарайында “Халыҡ көсө – берҙәмлектә” исемле викторина үтте. Тамашасылар Башҡортостан тураһында төрлө һорауҙарға яуап биреп, шиғыр өҙөктәренән авторҙарын танып, мәҡәлдәрҙе дауам итеп – һәр дөрөҫ яуапҡа “йондоҙсоҡтар” алып барҙылар. Уйын аҙағында иң күп дөрөҫ яуап биреүселәргә 14 ноябрь көнө үтәсәк “Тауыш.Бөрйән” проектының финал концертына саҡырыу ҡағыҙҙары бүләк ителде.