Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Тауыш.Бөрйән” район вокал проекты еңеүсеһе Әлиә Алтынбаева!

14 ноябрь Район мәҙәниәт һарайында 1 ай буйы дауам иткән “Тауыш.Бөрйән” проектының финалы үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект 18 октябрь һайлап алыу турынан башланып киткәйне. Икенсе турҙа ҡатнашыусылар дуэт башҡарһалар, финалда инде һәр кем яңғыҙ йыр тәҡдим итте. Ҡатнашыусылар менән наставник-остаздары: Айрат Роберт улы Баязитов, Дилә Вәзих ҡыҙы Сәғәҙиева, Айбулат Зәкир улы Ишморатов шөғөлләнделәр, йыр-моң серҙәрен астылар. Финалда улар менән бергә жюри составында Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаева һәм “Бөрйәнем” халыҡ вокал ансамбле етәксеһе Роза Ғәлиулла ҡыҙы Хәсәнова ултырҙы.
Шулай итеп, ҡатнашыусыларҙы тулҡынландырған, тамашасыларҙы ҡыҙыҡһындырған вокал проектының еңеүсеһе тип бер тауыштан Алия Алтынбаева табылды
I дәрәжә лауреат дипломына Байназар һылыуы Гөлсиә Буранбаева,
II дәрәжә лауреат дипломына – Ғәйзулла Баймөхәмәтов (Әтек ауылы),
III дәрәжә лауреат дипломына – Рая Вәлиева (Иҫке Монасип), Заһир Дәүләтбирҙин (Иҫке Монасип), Зинфира Мәзитова (Яңы Усман) лайыҡ булдылар!

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла финалист дипломы һәм иҫтәлеккә микрофон статуэткаһы тапшырылды. Ҡотлайбыҙ!
Проектта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт! Барығыҙға ла артабан да ижади уңыштар, ғаилә именлеге, йырлы-моңло оҙон ғүмер теләйбеҙ!