Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Район мәҙәниәт һарайы артистарының Кейекбай һәм Мәһәҙей ауылында үткән концерттары уңышлы үтте!

Район мәҙәниәт һарайы артистарының 16 ғинуар Кейекбай, 17 ғинуар Мәһәҙей ауыл мәҙәниәт йорттарында үткән “Йәшәү дәрте арта күңелемдә, йөрәгемдә моңдар яралһа!” концерты бик уңышлы уҙҙы. Беҙҙең концертты күп халыҡ көтөп алған! Һәр бер йырҙы, һәр бейеүҙе алҡышлап ҡаршы алдылар! “Хәйҙәр Нәҙершиндың ҡурай һәм баян моңдары күңелдәргә рух өҫтәне, Айгүзәл Уразаева, Гүзәл Файзуллина, Дилә Сәғәҙиева, Зөлфиә Исламова, Айбулат Ишморатов, Илгиҙәр Вәлиев, Айрат Баязитов һәм Искәндәр Абдуллин моңло тауыштары менән әсир итһә, Фәнис Үтәбаевтың дәртле бейеүҙәре йәшәү дәрте өҫтәне” – тип рәхмәт әйтеп ҡалды тамашасылар!

Беҙҙе ҡаршы алған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, һыуыҡ көндәрҙә концертыбыҙға килеп ҡатнашҡан тамашасыларға, уларҙың йылы алҡыштары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Именлек, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ!