Кейекбай ауыл мәҙәниәт йортонда “Кәңәшләшеп йәшәү кәрәк, кәңәшле эш тарҡалмаҫ” исемле эшлекле осрашыу үтте
Кейекбай ауыл мәҙәниәт йортонда “Кәңәшләшеп йәшәү кәрәк, кәңәшле эш тарҡалмаҫ” исемле эшлекле осрашыу үтте. Был сарала Ғәҙелгәрәй ауылы Ағинәйҙәре, районыбыҙҙың Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы, Кейекбай ауылы Ағинәйҙәре ҡатнашты.
Программала:
1) Кейекбай ауылы Ағинәйҙәренең музыкаль сәләме;
2) Ғәҙелгәрәй ауылы Ағинәйҙәренең музыкаль сәләме;
3) Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан, Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың 85 йәшлек юбилейына арналған туңәрәк өҫтәлдә әңгәмә;
4) Ҡорама эшләү буйынса мастер-класс;
5) Ҡул эштәренә күргәҙмә;
Ойоштороусылар әңгәмәлә ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтеп, сәй табынында һыйлап оҙатты.