Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Вәлиуллин Рәхимйән Хаммат улының һәм Исхаҡов Нәжиб Сәхибзада улының исемдәрен мәңгеләштергән таҡтаташты асыу тантанаһы үтте

8 февраль көнө район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһы алдында СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы Вәлиуллин Рәхимйән Хаммат улының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Исхаҡов Нәжиб Сәхибзада улының исемдәрен мәңгеләштергән таҡтаташты асыу тантанаһы үтте. Тантанала Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов, Нәжиб Сәхибзада улының хәләл ефете Фруза Минирахман ҡыҙы, Вәлиуллин Данияр Рәхимйән улы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы Ҡолдәүләтова матур сара менән килгәндәрҙе ҡотлап сығыш яһаны.

“Районыбыҙға тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең эшләгән эштәре киләсәк быуынға өлгө һәм үрнәк булып торһон. Оло шәхестәребеҙҙең юлын дауам итеүсе табиб һөнәрен һайлаған йәштәребеҙ районыбыҙға ҡайтып, ныҡлы ерегеп, халыҡ мәнфәғәтенә тырышып эшләүҙәрен теләйбеҙ!” – тип ҙур ышаныста тамамланды сара.