Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Ҡыш байрамы – 2019”

22-23 февраль районда гөрләп “Ҡыш байрамы – 2019” үтте. 22 февраль спорт ярыштары “Урал” ФСК һәм Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында үтһә, 23 ферваль көнө Күҙәмбәт яланында дауам итте. Байрамға килеүсе ҡунаҡтарҙы Яңы Мөсәт ауыл мәҙәниәт йортоноң фольклор ансамбле сәләмләне. Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, районыбыҙҙың Почетлы гражданы Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов нигеҙ һалған саналы ат ярыштары быйыл 50-се тапҡыр уҙғарылды. Байрам уңайынан “Элгеләү” халыҡ фольклор ансамбле “Аҡ кейеҙгә баҫтырыу” йолаһы нигеҙендә Исмәғил Әхмәҙулла улын кейеҙгә баҫтырҙы. Яңы Собханғол ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ҡойонсаҡ” фольклор ансамбле байрамда ҡатнашыусыларға дәртле таҡмаҡтар бүләк итте.

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Зәкир улы Байғусҡаров байрам менән ҡотлау уңайынан, Исмәғил Әхмәҙулла улына үҙенең махсус бүләген тапшырҙы.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айнур Илгиз улы Бейембәтов ат ярыштарының алыштырғыһыҙ комметаторы Яңы Усман ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Шәфҡәт Мәзитовҡа рәхмәт хатын тапшырҙы.

“Беҙҙең районда ғына үткәрелә килгән был ярыш Бөрйәндең ғорурлығы, үҙенсәлеге булып тора. Халыҡ сараны йыл да һағынып көтөп ала һәм күпләп ҡатнаша. Йыл һайын ярыштарҙа ҡатнашып килгән ветерандарға, ат һөйөүселәргә һәм күрше райондарҙан килгән ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Барлыҡ ир-егеттәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым! Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм көс-дәрт теләйем!” – тине үҙенең сығышында Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов.

Саналы ат ярыштары бик сәмле, ҡыҙыу үтте.