Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Бай тарихлы тыуған ерем” район халыҡ ижады фестиваль-марафоны старт алды

Быйылғы йыл республикала, районыбыҙҙа Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған матур сараларға бик бай. Ошо айҡанлы, 14 мартта, ауыл биләмәләре араһында “Бай тарихлы тыуған ерем” район халыҡ ижады фестиваль-марафоны Ырғыҙлы ауыл биләмәһендә старт алды. Марафонға старт биреп, район мәҙәниәт һарайы артистары сығыш яһағандан һуң, Бөрйән районы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаева тантаналы рәүештә штандартты Ырғыҙлы ауыл биләмәһе башлығы Ғаяз Йәмил улы Килдийәровҡа тапшырҙы.
Үҙ сираттарында Ырғыҙлы ауыл биләмәһенең һәүәҫкәр таланттары күркәм концерт номерҙарын тәҡдим иттеләр: фольклор, инструменталь ансамбльдәре сығыштары, йыр һәм бейеүҙәр менән тамашасы күңелен яуланылар. Һәр сығыш тамашасыларҙың ихлас алҡыштарына күмелеп барҙы. Концерт аҙағында Ырғыҙлы ауыл биләмәһе башлығы Ғаяз Йәмил улы Килдийәров байрам концерты өсөн ҡатнашыусыларға, ихлас тамашасыларға рәхмәт белдерҙе. 19 мартта Ырғыҙлы ауыл биләмәһе марафон штандартын Кейекбай ауыл биләмәһенә тапшырасаҡ.
Билдәле булыуынса, бер быуатлыҡ юбилей уңайынан үткәрелгән марафон 2 этапта үтәсәк. Тәүгеһе – ауыл биләмәләре округтары концерттары үтеп, иң-иңдәр ауыл биләмәһе данын яҡлап, һәр ауылдан һайлап алынған сығыштарҙан төҙөлгән гала-концерт менән сығыш яһасаҡтар. Икенсеһе йыл аҙағына хәтлем дауам итә. Йыл аҙағында “Иң яҡшы депутат”, “Иң яҡшы округ”, “Иң төҙөк округ”, “Иң яҡшы йәмәғәт эшмәкәре” номинациялары буйынса иң-иңдәр билдәләнәсәк.