Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үтте

15 март Байназар ауылы мәҙәниәт йортонда, арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән яҡташыбыҙ, һоҡланғыс шәхес, күренекле ғалим-фольклорсы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үткәрелде.
Кисәне асып, Бөрйән районы Хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов сығыш яһағандан һуң, арҙаҡлы шәхесте 1 минут тын ҡалып иҫкә алды йыйылған халыҡ. Артабан, ғалимдың биографияһына күҙ йүгертеп үткәс, олуғ шәхестең балалары, туғандары һүҙ алды. Шулай уҡ, ғалим тураһында яҡты хәтирәләр менән Өфө ҡалаһынан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар – филология фәндәре кандидаты, доцент Ғ. Ғ. Ғәлина, Республика халыҡ ижады үҙәгенән Н.Т.Тулыбаева һәм Г. В.Баймырҙина уртаҡлаштылар. Дуҫы, ауылдашы иҫтәлегенә мәшһүр ҡурайсы, йырсы Дәүләтбай Рәхмәтуллин башҡорт халыҡ йыры “Баяс”ты башҡарып, күңел ҡылдарын тирбәтте. Кисә халыҡ йырҙарына, ҡурай моңдарына үрелеп барҙы. Халҡым тип янып йәшәгән, милләтебеҙ бөйөклөгөн бер баҫҡысҡа күтәргән һоҡланғыс шәхестең яҡты иҫтәлеге йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.