Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Театр -тамашалы һабаҡ ул!

Театр сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү, популярлаштырыу,  яңы таланттарҙы асыу маҡсатында районыбыҙҙа  ике  йылға бер тапҡыр  балаларҙың “Ҡыңғырауҙар” һәм “Тамаша” ололар театр коллективтары фестивале үткәрелә килә.

Беҙҙең районда ла театр сәнғәте ярайһы уҡ үҫеш алған. Бөгөн мәҙәниәт учреждениеларында “халыҡ театры” исемен Яңы Усман ауыл мәҙәниәт йортонда “Тарыуал”,  Яңы Монасип ауыл мәҙәниәт йортонда “Монасип” театры йөрөтә.

Театр йылы сиктәрендә 12 февраль мәҙәниәт бүлеге тарафынан иғлан ителгән  “Тамаша” театр коллективтары фестивале ойошҡан рәүештә башланып китте. Быйылғы йылдағы сығыштар  айырыуса  ҙур әҙерлек менән үтеп бара. 10 ауыл мәҙәниәт йортонда  фестиваль сиктәрендә театр коллективтары сығышы үтте. Һәүәҫкәр артистарыбыҙ үҙҙәре уйнаған ролде бик оҫта  башҡаралар. Һәр кемдең характерына тура килешле ролдәр һайлап алынған. Үҫеп килгән быуындың, йәштәрҙең  театр коллективтарында ҡатнашыуы – театрҙарҙың киләсәктә лә гөрләтеп эшләйәсәгенә ышаныс уята.

Театр фестивален тәүгеләрҙән булып Нәби ауыл мәҙәниәт йортоноң театр коллективы Х.Ниғмәтуллинаның “Кейәүгә сығам” пьесаһы менән башлап ебәрҙе. Йәштәр ололар менән бергә бик оҫта итеп үҙ ролдәрен уйнанылар. Ролдәрҙе башҡарҙылар: Ваныйф-Данир Хисаметдинов, Мәрйәм- Римма Латыпова, Ғәлимә-Люция Янчурина, Сәфәр-Илназ Мөхәмәтғәлин, Дания-Әҡлимә Сатвалова.

Артабан юлыбыҙ Яңы Монасип ауыл мәҙәниәт йортона дауам итте. Улар Р.Кинйәбаевтың “Һинән ат-минән мандат” исемле комедияһын сәхнәләштерҙе. Халыҡ театры артистары ниндәй генә ролдә уйнамаһындар, бик матур оҫта итеп, үҙҙәре уйнаған геройҙарының образдарын үҙҙәренә генә хас тыйнаҡлыҡ менән асып бирә алдылар.  “Халыҡ театры” исемен аҡланылар. Ролдәрҙе башҡарҙылар: Ташбаш Хәмиҙулла- Рәис Ҡыуандыҡов, Гөлзәйнәб-Гөлназ Буранбаева, Фәйрүзә- Гөлдәр Әхтәмова, Илшат- Ринат Вәлиев, Күҫәк Сынтимер- Рәшит Атагильдиев, Мәрйәм –Роза Ҡыуандыҡова, Хөснулла- Вәзир Әхмәтшин, Рәшиҙә- Гөлназ Әхмәтшина.

График буйынса юлыбыҙ Ырғыҙлы ауыл мәҙәниәт йортона дауам итте. Унда  Р.Назарғолованың “Кәләш алам” исемле комедияһын ҡараныҡ. Ир-егеттәрҙе сәхнәгә сығарыуы ҡыйыныраҡ булыу сәбәпле.  Берҙә аптырап  юғалып ҡалмағандар. Ир –егет ролдәрен хатын -ҡыҙҙар бынамын итеп килештереп уйнанылар. Заһир ролендә – Зөбәржәт Ғәбитова, Сәлимә – Нәфисә Аитова, Ғәлиә – Светлана Алмаева, Нариман – Саманта Сирбаева, Миңниса – Раушания Исламғолова.

Бер рәхәтләнеп комедия ҡарағандан һуң Ҡотан ауыл мәҙәниәт йорто әртистәренең  Т.Миңнуллиндың “Китмәгеҙ торналар” драмаһын ҡарап күңелдәргә бер аҙ моңһоулыҡ та йүгерҙе. Көндәлек тормошта осраған йән өшөткөс күренештәрҙе сәхнәләштергән был тамашаны  Ҡотан тамашасыһы өс көн ҡарарға сыҡҡан ине. Ир-егеттәр сәхнәлә ролгә инеп китеп уйнап йөрөүҙәре- үҙҙәренә лә оҡшай ине. Һеңлеһенә  аяҡ ҡалдырыуҙы һорап өҙгөләнгән сабый ҡыҙ бала ла тәүге тапҡыр уйнауына ҡарамаҫтан күңелдәргә үтерлек итеп уйнаны. Ролдәрҙе башҡарҙылар:  Сәриә- Ғәлиә Ишмөхәмәтова, Бибизата-Хәмдиә Ситдиҡова, Ямал- Айгөл Ғазина, Шайхил – Илһам Хөснетдинов, Әлмөхәмәт- Данияр Йәнберҙин, Гөлсибәр- Алина Ишмөхәмәтова.

Л. Вәлиевтың “Париж егете Әлфәнис”   комедияһын Ғәҙелгәрәй ауыл  мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр театр коллективы артистары  бик оҫта уйнанылар.  Бында ла ир-егеттәрҙең сәхнәлә уйнап йөрөүө ҡыуандырҙы. Әлфәнис – Динар Юлсурин, Марфуға – Гөлсиә Йомағужина, Фәриҙә – Светлана Тимербаева, өләсәй – Розалия Сәғитова, Рәмилә – Рәүилә Ырыҫҡолова, Йәмилә – Диана Иҫәнаманова, Рәғип – Алик Юлсурин, Азат – Зөлфәр Әсиғолов.

Киекбай ауыл мәҙәниәт йорто һәүәҫкәр артистары Н.Асанбаевтың “Выждан”  исемле драмаһын ҡуйҙы. Спектаклдә уйнаған артистарға афарин тип кенә әйтергә ҡала. Байбикә ролендә -Рәйсә Ғәлина,Маһира-Миләүшә Хәлитова,Урал-Нурислам Тукбаев, Хәбибулла-Марат Хәмиҙуллин, Барый-Данис Файзуллин.

Юлдарыбыҙ  Байназар яҡтарында дауам итте.  Байназар ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Р.Назарғолованың ”Кәләш алам” комедияһын сәхнәләштерҙе. Ролдәрҙе башҡарҙылар;  Заһир ролендә – Сәғит Алтынбаев, Сәлимә – Фәнүзә Ишбаева, Ғәлиә –Лариса Мәсәғүтова, Нариман – Ғәйсәр Тажитов, Миңниса – Роза Айытбаева.

Яуымбай ауыл мәҙәниәт йортон театр коллективы артистары Т. Миңнуллиндың киң билдәле «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» пьесаһын ҡуйҙылар. Халыҡ тамашанан күтәренке кәйеф менән таралышты һәм  тағы ла ҡуйыуҙарын һорап ҡалдылар. Ысынлап та матур әҙерләнгәндәр ине. Баш  врач ролендә Нәфисә Кинйәкаева, палата врачы-Альбина Хайбуллина, медсестра Нина – Зөмәрә Кинйәкаева,  Валентина-Сөмбөл Мостафина,

Алтынсәс -Вәлимә Вәлитова, Гөлфинә-Рәүилә Хәсәнова, Вазифа-Мәрхәбә Назарова,

Римма-Миләүшә Буранбаева, Дилемма-Ләйлә Исхакова, балаһыҙ ҡатын-Илүзә Маликова.

Т.Миңнуллиндың «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» пьесаһының “Мин ҡатын-ҡыҙ” исемле   үҙгәртелгән вариантын Ҡурғашлы ауыл мәҙәниәт йортоноң театр коллективы ҡуйҙы.  Бөгөн дә көн үҙәгендә булған ваҡиғаларға, ижади күҙлектән һабаҡ булырлыҡ тамашаны халыҡҡа һәүәҫкәр артистар еткерә алдылар.  Ролдәрҙе башҡарҙылар: Дилемма- Фәймә Асҡарова, Алтынсәс- Айзилә Мырҙағолова, Гөлфинә- Гәүһәр Ишбулдина, баш врач Зәйтүнә Зәкировна- Алия Ғәзина, Айҙарә Әхәтовна- Рәмзиә Шәрәфүтдинова, Нина- Фәриҙә Дәүләтшина, Валентина һәм Вазифа ролендә- Илүзә Исмәғилова, Римма һәм балаһыҙ ҡатын ролендә Фәйләрә Хәйбуллина.

Тимер ауыл мәҙәниәт йортоноң театр коллективы һәүәҫкәрҙәре Р.Назарғолованың “Кәләш алам” комедияһын ҡуйҙылар. Халыҡ бик йылы ҡабул итте һәм ауыл артистарының сығышы барыһын да һоҡландырҙы.  Ролдәрҙе уйнанылар: Заһир- Иштуған Аллабирҙин, Сәлимә-Роза Үлмәҫбаева, Ғәлиә-Филиә  Ғөбәйҙуллина, Нариман –Вадим Ейәнбаев.

Бер үк спектаклде бер нисә мәртәбә ҡараһаңда ялҡытмай. Тағы ла ҡыҙыҡһынып сағыштырып ҡарайһың.  Был спектаклде Тимерҙәрҙән тыш Байназар, Ырғыҙлы һәүәҫкәрҙәре тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Шулайҙа иң уңышлы сығыш Ырғыҙлыла ине.

Театр йылында үтеп барған фестивалдә тамашасылар хөкөмөнә тәрән йөкмәткеле, тормошсан, актуаль  әҫәрҙәрҙе сәхнәләштерҙе һәүәҫкәр артистар.

Һәләтле ауылдаштарыбыҙҙың мәҙәни сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнашыуы, сәнғәт тип йән атыусыларға  мәҙәниәт бүлеге исеменән һәр береһенә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уларға ғаилә бәхете, күңел тыныслығы, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Яңынан яңы сағыу образдар ижад итергә яҙһын. Театр-ул мәҙәниәтттең йөрәге, милләтең рухи терәге.