Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршылау” байрамдары

Брәтәк ауыл мәҙәниәт йорто алдында “Ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршылау” исемле байрам үтте.

Байрам Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҡаршылауҙан башланып китте. Күмәкләп бейеп, Ҡарһылыу кем иң күп яҙ тураһында һынамыштарҙы белеүҙәрен тикшереп, бәләкәй генә бүләк тә биреп китте. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы аттарҙа оҙатып, Яҙһылыуҙың килеүен көттөк, Яҙһылыу килгәнсе яҙ тураһында йырҙар йырланыҡ. Яҙһылыу килгәс, үҙенең матур изге теләктәрен әйтеп, игендең мул булыуын теләп, балаларға ҡоймаҡтар тартты. Яҙһылыу менән уйнап, бейеп күңел асыу дауам итте. Ике командаға бүлеп, ҡыҙыҡлы уйындар уйнатылды. “Гөрләүектәр” һәм “Яҙһылыу” командалары бик сәмле көс һынаштылар, “Гөрләүектәр” командаһы еңеүсе тип табылды. Байрам аҙағында ҡарасҡы яндырыу һәм сәй эсеү менән тамамланды.

Ҡышты оҙатыуға һә яҙҙы ҡаршылауға арналға байрамдар Ырғыҙлы, Нәби, Кейекбай ауылдарында уҙҙы.