Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

1 апрель – көлкө көнөнә арналған саралар уҙҙы

1 апрель көлкө көнөндә райондың бөтә ауылдарында тиерлек көлкө байрамы үтте. Яңы Монасипта “Йылмай һиңә бит килешә”, Брәтәк ауылы мәҙәниәт йортонда “Көлөп асыла күңел”, Ырғыҙлыла “Вокруг смеха” исемле уйын-көлкө кисәләре үтһә, Мәндәғол һәм Мораҙым ауылдарында “Яҡшы кәйеф” концерттары уҙҙы. Иҫке Собханғол ауылындағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре “КВН” ойошторҙо. Командалар бик ихлас әҙерләнгәйнеләр. Иң тәүҙә бер-береһен сәләмләп, таныштырып үттеләр. “Әгәр мин Солтан булһам” һәм әкиәт сәхнәләштереү конкурстары ҡатнашыусыларҙың актерлыҡ һәләттәрен асып һалды. Музыкаль өйгә эшкә лә ентекле әҙерләнгәйне командалар. “КВН” тамамланғас, төрлө уйындар уйнап, күңелле кәйеф менән таралышты йәштәр.