Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Тарих ебен һүтә-һүтә тәгәрәне йыр-моң йомғағы

Иҫке Монасип мәҙәниәт йорто яңыса һулыш алып сафҡа индерелгәндән бирле ундағы һәр тамаша тиерлек аншлаг менән үтә. Бына әле һуңғы көндәрҙә генә бер-бер артлы уҙған концерттарға халыҡ ҙур теләк менән ашҡынды. Ә клуб сәхнәһенән тыуған еребеҙ – Башҡортостаныбыҙға дан йырланды. Эйе, 18 апрель көнө Байназар ауыл биләмәһе иң шәп йыр-бейеү күстәнәстәре менән “Бай тарихлы тыуған ерем” халыҡ ижады фестиваль-марафонының штандартын тапшырҙы. Был тантаналы ваҡиға Иҫке Монасип ауылы биләмәһенә ҡараған өс ауылдың иң сағыу номерҙарынан торған бай йөкмәткеле программа менән дауам итте. Беҙ, иһә, сәхнәлә барған тамаша шауҡымында Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллыҡ тарихына сәйәхәт ҡылдыҡ, видеопроектор аша күрһәтелгән слайдтағы фотоһүрәттәрҙән ауыл һулышы, уның һәр замандағы шәхестәре менән таныштыҡ, һоҡландыҡ, ғорурландыҡ, рухландыҡ. Күңелдәрҙә йыр-моң тибрәлһә, йөрәктәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тантана итте.
Шулай итеп, эстафета үҙ юлын дауам итә. Ошо марафон сиктәрендәге концерттарҙа әүҙем ҡатнашып, юғары дәрт, рух, сәм менән лайыҡлы сығыш яһаусы барлыҡ һәүәҫкәрҙәребеҙгә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Иҫке Монасип ауыл биләмәһе башлығы Гүзәл Тимерғәле ҡыҙы Баймурзина ла ошондай теләктәрҙә ҡалып, был сараларҙа әүҙемлек күрһәткәне һәм ойоштороу оҫталығы өсөн Нәби һәм Яңы Монасип ауылдары мәҙәниәт йорто коллективтарына, тамаша алып барыу оҫталығы һәм әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Гүзәл Сәфәр ҡыҙы Йәғәфәроваға грамота тапшырҙы. Шулай уҡ “Бай тарихлы тыуған ерем” халыҡ ижады марафоны сиктәрендә Яңы Монасип ауылының тарихын өйрәнеүҙә тоғролоҡ, әүҙемлек һәм ҙур тырышлыҡ күрһәткәне өсөн Нәсимә Ғилман ҡыҙы Сәғитова һәм ошондай уҡ йөкмәткелә Нәби ауылынан Земфира Рәфҡәт ҡыҙы Хисмәтуллина маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.