Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Яңы Монасип мәҙәниәт йортонда “Тормош асылы – йәшәй белеүҙә “исемле кисә үтте

Яңы Монасип мәҙәниәт йортонда доньянан йәм табып йәшәүсе 90 йәшен билдәләүсе юбилярыбыҙ Йәғәфәрова Хәйриямал Мортаза ҡыҙы хөрмәтенә, “Тормош асылы-йәшәй белеүҙә” исемле кисә үтте. Һәр таңды изге теләктәр менән ҡаршылаған, ер йөҙөндәге һәр тере йәнгә, балаларына ихлас доғалар уҡып йәшәүсе инәйебеҙҙе ауыл хакимиәтенән, район һәм ауыл ветерандар советынан, ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советынан, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары, ауылдаштары, күрше ауылдарҙан ҡотларға килгәндәр. Байрам бик матур үтте. Байрамда ҡатнашыусыларға, йәмләгән артистарыбыҙға зур рәхмәт! Һаулыҡта тағы ла ошондай осрашыуҙар булып торһон.