Мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре Әбйәлил районында үткән VI Урал аръяғы спартакиадаһында
13 май район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре Әбйәлил районында үткән VI Урал аръяғы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында үткән спартакиадала ҡатнашып ҡайттылар. Спартакиадала 7 райондан килгән 8 команда араһында “Арҡан парк”ынан үтеү, “Күңелле старттар”, “Аттракцион” эстафеталары, уҡтан атыш, 4 мөйөш, гигант футбол, винтовканан атыу кеүек ярыштар ойошторолдо. 3-5 метр бейеклектә, 12 этаптан торған “арҡан паркында” Бөрйәндәргә етеүсе булманы – команда 1 урын яуланы! Шулай уҡ башҡа ярыш төрҙәрендә лә һынатманы беҙҙекеләр. Йыр-бейеүгә генә түгел, спорт өлкәһендә лә маһир икәндәрен иҫбатлап ҡайттылар! Ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар, яңы бейеклектәр, яңы үрҙәр теләйбеҙ!