Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Яуымбай ауылында “һаумыһығыҙ, ауылдаштар ” байрамы үтте

Был ҙур сараға әҙерлек алдан башланды. Һәр кем үҙенең йорт – ихатаһын төҙөкләндерҙе, буяны.
Байрам көндө, бөтә ауыл халҡы һәм килгән ҡунаҡтар “Ташөй” буйындағы яланға йыйылды.
Ауыл хакимиәте башлығы Айрат Зиннур улы Салауатов байрамды асыҡ тип иғлан итте. Ауыл старостаһы ауылдың тарихы тураһында һөйләп үтте.
Байрамдың иң күңелле өлөшө бүләкләү тантанаһы булғандыр… “Өлгөлө йорт “, “Татыу ғаилә “, “Иң оло кеше “, “Уңған хужабикә”, “Оҫта ҡуллы ир – егет” һәм башҡа номинациялар булдырылғайны. Бүләкләүҙәр һәм ҡотлауҙар концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Сараның тантаналы өлөшө тамамланғас, ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр артистарының ҙур концерты башланды. Уларҙың сығышын халыҡ бик яратып ҡараны.
Үҙебеҙҙең ауылдашыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Баязит Байназаров йырҙарын бүләк итеп ҡыуандырҙы.
Төрлө уйындар ойошторолдо: спорт, милли, балалар өсөн айырым уйындар. Йәше лә, олоһо ла бик әүҙем ҡатнашып, бүләктәр алып ҡыуандылар.
Туғандар йыйылған түңәрәк табын артында ла изге теләктәр яңғыраны. Һәр ғаилә киләсәктә йышыраҡ осрашырға вәғәҙә биреште.
21.00 сәғәттә, ауылдың үҙәк урамында дискотека башланды. Диджей үҙе Баязит Байназаров, бик күңелле алып барҙы. Аҙаҡ ” Сусаҡ ” тауынан байрам салюты яңғыраны.

Артабан йәштәр өсөн дискотека мәҙәниәт йортонда дауам итте.
Байрам бик куңелле утте. Ойоштороусыларҙың тырышҡаны күренеп тора,бөтә халыҡ ҡәнәғәт булып, ҡыуанып ҡайтты.