Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Килдеғол ауыл мәҙәниәт йортонда бәлеш байрамы үтте

Ауыл кешеһе йылдың нисек килеүенә ҡарамаҫтан баҡсаһында төрлө матур-матур сәскәләр,йәшелсәләр,емеш-еләктәр үҫтерә. Килдеғол ауыл мәҙәниәт йортонда ауылыбыҙҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙарын бүләкләү тантанаһы һәм бәлеш байрамы булып үтте. Быйылғы йәйҙә, “Килдеғол ҡатын-ҡыҙҙары’’ төркөмө менән берлектә ,,Бай баҡса’’ бәйгеһе иғлан ителгәйне.
Бәйгелә сихри сәскә-гөлдәрҙең төрлөлөгө, йәшелсә, емеш-еләктең уңышы, баҡсаларҙың таҙалығы иҫәпкә алынды. Был бәйгелә ҡатнашҡан һәр кем бүләк алып ҡыуанды. Иң шәп бүләк – Гран-при хужабикәһе Искужина Кәримә Сәфәрғәле ҡыҙына эләкте. Уға ,,Килдеғол ҡатын-ҡыҙҙары’’ төркөмө етәксеһе Билалова Сажиҙә Вәлит ҡыҙы 2020-се йылға “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылыу бүләк итте.
Әлбиттә байрам йыр-моңһоҙ үтмәй. Беҙҙең байрамыбыҙҙы “Умырзая” халыҡ фольклор ансамбле ҡыҙҙары матур бейеүҙәре, йырҙары менән биҙәне.
Шулай уҡ байрамдың икенсе өлөшөндә дәүләт думаһы депутаты Зариф Зәкир улы Байғусҡаров, район хаҡимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов халыҡ менән осрашты, төрлө проблемаларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды.